Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
5 Май 2023, 10:00

Запорожье өлкәһендә хәрби дан тураһында күргәҙмә эшләй

Экспонаттар Башҡортостандың Хәрби Дан музейынан килтерелгән

Запорожье өлкәһендә хәрби дан тураһында күргәҙмә эшләй
Запорожье өлкәһендә хәрби дан тураһында күргәҙмә эшләй

Башҡортостандан мобилизацияланғандар Запорожье өлкәһендә хәрби дан тураһында күргәҙмәләр ойошторған.

 Мәҫәлән, Днепрорудное ҡалаһында урындағы китапханала СССР-ҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе тураһында экспозиция асылған. Экспонаттар Башҡортостандың Хәрби Дан музейынан килтерелгән.

“Днепрорудное ҡалаһының ҡала китапханаһында Башҡортостан Республикаһының Хәрби Дан музейы әҙерләгән “Ватанды Һаҡлаусылар” күргәҙмәһе асылды. Был күргәҙмә Рәсәйҙең хәрби данына арналған. Төп тарихи ваҡиғаларҙа башҡорттар ҡатнаша. Был 1700–1721 йылдарҙағы Төньяҡ һуғышы, 1812–1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы, Ҡырым һуғышы, Беренсе донъя, Бөйөк Ватан һуғышы", – тип уртаҡлашты тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәев.

Фото: Башҡорт батальоны

Запорожье өлкәһендә хәрби дан тураһында күргәҙмә эшләй
Запорожье өлкәһендә хәрби дан тураһында күргәҙмә эшләй
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас