9 май - Еңеү көнө
6 Май 2023, 12:00

Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар

Рәми Ғарипов һәм Заһир Исмәғилев, Мостай Кәрим һәм Рауил Бикбаев, Мәғәфүр Хисмәтуллин һәм Ибраһим Абдуллин, Радик Гәрәев һәм Хөсәйен Әхмәтов, Арыҫлан Мөбәрәков һәм Фәриҙә Ҡудашева...

Бөйөктәрҙе иҫкә алдыларБөйөктәрҙе иҫкә алдылар
Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар

Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө айҡанлы, Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен уларҙың рухи вариҫтары – бөгөнгө музыканттар, рәссамдар, артистар, әҙәбиәтселәр - зыяратҡа иҫкә алырға барҙы. Улар ҡәберҙәрҙе тәртипкә килтерҙе һәм сәскә һалды.

– Рәми Ғарипов һәм Заһир Исмәғилев, Мостай Кәрим һәм Рауил Бикбаев, Мәғәфүр Хисмәтуллин һәм Ибраһим Абдуллин, Радик Гәрәев һәм Хөсәйен Әхмәтов, Арыҫлан Мөбәрәков һәм Фәриҙә Ҡудашева... Улар мәҙәниәтебеҙҙә иң сағыу эҙ ҡалдырҙы. Бөгөн уларҙың һәр береһен иҫкә алабыҙ. Улар меңәрләгән йөрәкте дәрләндереп, йәш быуынды рухи үҫеш юлына этәрә алды. Бөгөн мәҙәниәтебеҙгә нигеҙ һалыусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алырға килгәндәрҙең барыһы ла үҙ уҡытыусыларына һәм остаздарына, улар өйрәнгән һәм оҫталыҡ нигеҙҙәрен үҙләштергән кешеләргә баш эйергә килде, — тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

Әминә Ивний ҡыҙы Башҡортостандың элекке мәҙәниәт министры, күренекле ижтимағи-сәйәси эшмәкәр Клара Төхвәтуллинаның ҡәберенә сәскә һалды – Башҡортостанда сәнғәттең һәм мәҙәниәттең сәскә атыуы уның исеме менән бәйле.

– Клара Ғабдрахман ҡыҙы Өфө дәүләт сәнғәт институтына нигеҙ һалыу башында тора. Бының өсөн уға Мәскәүгә барырға һәм бер ай эсендә ҡултамға йыйырға кәрәк була. Ул шулай уҡ Салауат Юлаевҡа һәйкәлде нисек алып килеүҙәрен һәм ҡуйыуҙарын иҫләй ине, — тип фекерен уртаҡлашты мәҙәниәт министры.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 майҙа Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө уҙғарыла.

Фото: vk.com

Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар
Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар
Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар
Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар
Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар
Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар
Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар
Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар
Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар
Бөйөктәрҙе иҫкә алдылар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас