

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәре “Онотолған ҡәберҙәр юҡ” акцияһын ойошторҙо. Бөгөн улар Өфө эвакогоспиталдәрендә яраларынан вафат булған ҡыҙылармеецтар ятҡан Курочкин тауындағы ҡәберлектә тәртип урынлаштырҙы. Сарала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡатнашты.
– Бөгөнгө сара Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә арналған. Еңеү көнө алдынан ҡәберҙәрҙе тәртипкә килтерергә ҡарар иттек. Беҙҙең өсөн онотолған геройҙар юҡ, тимәк, онотолған ҡәберҙәр ҙә булырға тейеш түгел. Бында ҡәбер ҡоймалары ҡуйыу планлаштырыла. Шулай уҡ мотлаҡ йәштәрҙе – медицина колледждары студенттарын, йәш табиптарҙы алып киләсәкбеҙ. Хәтер мәңге йәшәргә тейеш, – тине Айрат Рәзиф улы.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре йығылған ағастарҙы, былтырғы япраҡтарҙы, шулай уҡ кешеләр ҡалдырған сүп-сарҙы йыйҙы. Һәйкәлдәрҙе буянылар һәм сәскә һалдылар. Ә һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.
Башҡортостанда эвакуация госпиталдәре тәрән тыл хәрби госпиталдәре булып тора, уларҙа ауыр сирлеләр һәм яралылар дауалана һәм аяҡҡа баҫа. Улар өсөн дауаханаларҙың, институттарҙың, мәктәптәрҙең, мәҙәниәт йорттарының иң яҡшы биналары бүленә. Эвакогоспиталдәр эшләгән йылдарҙа йөҙләгән яңы дауалау һәм реабилитация ысулдары эшләнә һәм индерелә, ғалимдар, юғары квалификациялы табиптар үҫеп сыға.
Хәрби табиптарҙың батырлыҡтарын хәҙерге табиптар быуыны дауам итә. Ирекмәндәр хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә, шулай уҡ тыныс халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ойошҡан рәүештә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары биләмәләренә бара.
Башҡортостанда медицина ротаһы ойошторолдо, ул махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ, унда яралы хәрби хеҙмәткәрҙәргә медицина ярҙамы күрһәтәсәк, шулай уҡ башҡорт ирекмәндәрен ялан һәм хәрби шарттарҙа тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәтәсәк. Ротаға табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, инструкторҙар һәм санитарҙар инә. Уларҙың барыһы ла тактик медицина әҙерлеге үтте.
Бөгөн республикала Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.