9 май - Еңеү көнө
6 Май 2023, 14:30

Ул Чехословакияны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә батырлыҡ күрһәтә

Геройҙы яҡташтары онотмай, быйыл да уға бағышланған эстафета үтте.

Ул Чехословакияны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә батырлыҡ күрһәтәУл Чехословакияны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә батырлыҡ күрһәтә
Ул Чехословакияны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә батырлыҡ күрһәтә

Белорет районының Шығай ауылында 32-се тапҡыр Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов призына район еңел атлетика эстафетаһы үтте.

Ярыш алдынан Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына һәм Геройға арналған митинг үтте. Унда ҡатнашыусылар  һуғышта һәләк булғандарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең обелискына веноктар һалды һәм һуғыштан әйләнеп ҡайтмағандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Быйыл бөтәһе 21 команда – мәктәп уҡыусылары һәм Белорет ҡалаһындағы уҡыу йорттары студенттары стартҡа сыҡты. Эстафета маршруты 10 этаптан торҙо. Ярыштар йомғаҡтары буйынса призлы урындар яулаған командалар ”Робинзон” магазинына спорт ҡорамалдары һатып алыуға бүләк сертификаттары менән бүләкләнде.

Дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында I урынды Инйәр ауылының 1-се мәктәбе яуланы, II урынды – Тимер Юл ауылы мәктәбе, III урынды – Сермән мәктәбе. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында I урынды – Сосновка, II урынды – Боғанаҡ, III урынды Үткәл ауылы мәктәбе алды.

Ҡунаҡтар командалары араһында I урынды – 17-се гимназияның беренсе командаһы, II урын – Белорет педагогия колледжының икенсе командаһы, III урынды Белорет педагогия колледжының беренсе командаһы яуланы.

Белешмә:

Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдин улы Ямалетдинов 1914 йылдың 20 апрелендә Белорет районы Шығай ауылында тыуа. 1934 йылда Белорет район халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарамағындағы уҡытыусылар курстарын тамамлай. 1943 йылдан КПСС ағзаһы була, армияға саҡырылғанға тиклем уҡытыусы булып эшләй. 1936–1938 йылдарҙа Шаһи Ямалетдинов армияла хеҙмәт итә. 1939–1940 йылдарҙа Шығай ауыл советы секретары, рәйесе булып эшләй.

Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың октябрендә Совет Армияһына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронтында 1942 йылдың октябренән Көньяҡ-Көнбайыш һәм 2-се Украина фронттарында һуғыша. Совет Армияһының милитарист Японияға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнаша. 41-се гвардия танк бригадаһы танк уҡсыһы (7-се механизацияланған корпус, 2-се Украина фронты) гвардия старшинаһы Ш.Я. Ямалетдинов Чехословакияны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә батырлыҡ күрһәтә.

1945 йылдың 18 апрелендә уның танкыһы Брно ҡалаһына рейд ваҡытында, баш дозорҙа булып, дошмандың ике танкын һәм өс танкка ҡаршы пушкаһын юҡ итә. Танк командиры һәләк булғас, Ш.Я. Ямалетдинов командованиены үҙ өҫтөнә ала. Веселки тораҡ пункты районында танкистар биш танкты ҡыйрата, һигеҙ пушканы, өс бронетранспортерҙы, 30 гитлерсыны юҡ итә. Был алышта үҙенең тәүәккәл, ҡыйыу ҡарарҙары менән Ш.Я. Ямалетдинов батальон командованиеһы ҡуйған бурысты үтәүҙе тәьмин итә.

Советтар Союзы Геройы исеме Ш.Я. Ямалетдиновҡа 1946 йылдың 15 майында бирелә. Һуғыштан һуң Герой тыуған ауылында йәшәй һәм уҡытыусы булып эшләй. Ленин ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.

1968 йылдың 28 майында вафат була, Шығай ауылында ерләнә.

Фото: vk.com/beloradm, социаль селтәрҙән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас