9 май - Еңеү көнө
7 Май 2023, 17:00

Батырҙы ҙурлап ҡаршы алдылар

Бурденко исемендәге госпиталдә дауаланғандан һуң батыр тыуған еренә аяҡ баҫты...

Батырҙы ҙурлап ҡаршы алдыларБатырҙы ҙурлап ҡаршы алдылар
Батырҙы ҙурлап ҡаршы алдылар

“Барс” позывнойлы яугир Борай еренә аяҡ баҫты.  Егет 2022 йылдың 23 февраленән алып  инженер ротаһы командиры урынбаҫары вазифаһында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Үҙен ҡыйыу һәм ҡаһарман яугир итеп күрһәтә. Батырлыҡтары өсөн “Ҡаҙаныштар өсөн” знагы, Икенсе дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалы, Икенсе дәрәжә "Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Былтыр декабрь айында яралана һәм Бурденко исемендәге госпиталдә дауалана. Һауыҡҡандан һуң батыр тыуған еренә аяҡ баҫты.

Яҡташтары, дуҫтары, туғандары, хакимиәт вәкилдәре, хәрби хәрәкәт ветерандары егетте ҙур хөрмәт менән ҡаршылап, уға Ватанды һаҡлауҙа ҡатнашҡаны, батырлығы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уға һаулыҡ, уңыштар теләне. Теләгән һәр кем яугиргә теләктәрен белдерҙе. Уны Еңеү көнөнә арналған тантанаға саҡырҙылар.

 Офицер, ваҡыт табып, үҙен  ҡаршыларға килгән  яҡташтарына ҙур рәхмәт белдерҙе.

 

Фото:”Алға” гәзите.

Батырҙы ҙурлап ҡаршы алдылар
Батырҙы ҙурлап ҡаршы алдылар
Батырҙы ҙурлап ҡаршы алдылар
Батырҙы ҙурлап ҡаршы алдылар
Батырҙы ҙурлап ҡаршы алдылар
Батырҙы ҙурлап ҡаршы алдылар
Батырҙы ҙурлап ҡаршы алдылар
Батырҙы ҙурлап ҡаршы алдылар
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас