

“Росреестр”ҙың Балтас һәм Борай районы буйынса муниципаль – ара бүлеге хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрхетдин Ғәрфи улы Нәжметдиновты Еңеү көнө менән ҡотланы.
17 йәшлек егетте 1945 йылдың февраль айында хәрби хеҙмәткә алалар. Фәрхетдин Ғәрфи улы 92-се механизацияланған полкта уҡсы булып хеҙмәт итә. Тыуған яғына 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайта.Оҙаҡ йылдар Борай районының Ленин исемендәге колхозында комбайнер, район ҡулланыусылар йәмғиәтендә әҙерләүсе булып эшләй.
Ветеран менән осрашыу бик йылы булды. Ауыр үткән бала саҡ йылдары, хәрби һәм тормош юлы яңынан күҙ алдынан үткәрелде. Гөлназ Фазылова атаһының Еңеү көнөнә арналған шиғырын һөйләне, хеҙмәткәрҙәр ветеранға рәхмәт әйтеп, бүләктәр тапшырҙы.
... Ҡарт яуҙаштар сыға урамдарға,
Сыға бөйөк яҙ ауазын тыңлап,
Һәм сығарып үтә нескә моңдар,
Орден-миҙалдары ҡуя сыңлап.
Аҙымдары инде етеҙ түгел,
Хәрәкәттәр һалмаҡ. Башта сәс аҡ.
Беҙ уларға бары рәхмәт әйтеп,
Бүләк итәйек бөгөн бары сәсәк...
Фото: “Алға” гәзите.