

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү көнөн байрам итеүгә арнап баш ҡалабыҙҙың “Тулҡын” паркында ла ҙур саралар ойошторолдо. “9 Май – Еңеү көнө” тип исемләнгән сара тәбрикләүҙәр, байрам концерты менән башланып китте. Оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, викториналар ҙа үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапты. “Еңеү зарядкаһы” ла был парктағы үҙенсәлекле сараларҙың береһе булды.
Әйтергә кәрәк “Чемпион менән зарядка” акцияһы Еңеү көнө алдынан башланып китте. Һәм ул ҡаланың барлыҡ парк, скверҙарында уҙғарылды. Зарядканы Өфөнөң билдәле спортсылары алып барҙы һәм ул “Көслөләр заманы” акцияһы сиктәрендә уҙғарылды. Мәҫәлән, 2 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге паркта сәләмәт тормош яҡлылар фристайл буйынса бөтә донъя универсиадаһы призеры Кристина Спиридонова, 8 майҙа “Ҡоштар” скверында парашют спорты буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы Алексей Буренин менән зарядка яһаны.
Бөгөн “Тулҡын” паркында Еңеү зарядкаһында 200-ләп кеше ҡатнашты. Ул “Беҙҙән зарядка – һеҙҙең өсөн һаулыҡ” девизы аҫтында уҙғарылды. Ул үҙенә олоһон да, кесеһен ылыҡтырҙы. Зарядканы 2009 йылда футбол буйынса Рәсәйҙең олимпия йыйылма командаһы уйынсыһы Артур Вәликәев һәм 2011, 2013 йылдарҙа футбол буйынса Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһы уйынсыһы Александр Васильев үткәрҙе.
Фото: Ленин районы хакимиәтенән.