9 май - Еңеү көнө
9 Май 2023, 09:00

"Минең исемемде ишетеп, ғәжәпләнмәгән кеше юҡ"

Атайым миңә үҙен ҡотҡарған шәфҡәт туташының исемен ҡушҡан.

"Минең исемемде ишетеп, ғәжәпләнмәгән кеше юҡ""Минең исемемде ишетеп, ғәжәпләнмәгән кеше юҡ"
"Минең исемемде ишетеп, ғәжәпләнмәгән кеше юҡ"

Һөжүм. Барыһы ла алға ынтыла. Һалдат ҡаты яраланып йығыла. Ауыртыу, шок, ҡан... Бөтә тормошо күҙ алдынан үтә... Ул уйында ғүмере менән хушлаша... Ә бит уға 19 ғына йәш!

Әммә ошо мәлдә, ни мөғжизә, пулялар һәм шартлауҙар аҫтында санитарка шыуышып килеп етә! Яралыны һаҡ ҡына плащ-палатка өҫтөнә күсереп һалғас, ҡыҙ уны яу яланынан һөйрәп алып сыға.

Һауыҡҡас, һалдат үҙенә һүҙ бирә: иҫән-һау ҡайтһам, ҡыҙым тыуһа, Зина тип атаясаҡмын! Уның ҡотҡарыусыһы, Омскиҙан санитарка Зина хөрмәтенә.

Минең исемемде ишетеп, ғәжәпләнмәгән кеше юҡ. Башҡорт ҡыҙы, ә үҙе Зина. Ни өсөн улай?.. Диндарҙарға был исемдең яңғырашында ниндәйҙер насарлыҡ ишетелә, исемде алмаштырырға тәҡдим итәләр. Ундай осраҡтарҙа мин оҙаҡ ҡына атайымдың ғүмерен ҡотҡарғандары өсөн рәхмәт йөҙөнән шулай эшләгәнен аңлатам.

Һәм мин был исемгә лайыҡлы булырға тырышам. Санитарка Зина уны ҡотҡарған. Ә ул миңә ғүмер һәм исем биргән. Был - һирәк исем, һораһалар, Зина Әбйәлил районында берәү, мине табыуы ҡыйын түгел тип шаяртып әйтәм. Ләкин бына яңыраҡ, интернеттағы дуҫым "Минең еңгәмдең дә исеме Зина Әхмәтйәнова" тип яҙҙы. Мин тәүҙә иғтибар итмәнем, шаярта тип уйланым. Әммә ентекләберәк һорашҡас, саҡ ултырған еремдән ҡоламаным. Мин, Асҡарҙан Зина Әхмәтйәнова, Йәнгелдә йәшәйем! Ул, Йәнгелдән Зина Әхмәтйәнова, Асҡарҙа йәшәй! Уның исемен дә атаһы санитарка Зина хөрмәтенә ҡушҡан! Шул тиклем тура килеүҙәр булыуы мөмкинме ни?!

Шунда уҡ уның телефонын бирҙеләр. Минең менән тыныс, ипле тауышлы ҡатын һөйләште. Ҡунаҡҡа саҡырҙы. 9 майҙа Асҡарҙа осрашырға һөйләшеп килештек. Йәл, атайҙарыбыҙ ғына иҫән түгел. Уларҙы ҡотҡарған теге ҡыҙ бер үк кеше түгелме икән?

Һуғыш башланғанда атайыма ни бары 15 йәш була. Тик, ул замандағы бөтә малайҙар кеүек, 17 йәше тулғас, документтарына тағы бер йыл өҫтәтеп, үҙ теләге менән фронтҡа китә. Ярты йыл уҡыу полкының 2-се уҡсылар бригадаһында курсант була. Шунан һуғыш дауамында 2-се уҡсылар батальонының 244-се уҡсылар полкында тоҫҡаусы-артиллерист була.

17-19 йәшлек егет Европаны урап сыға! Берлинды азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылда фашистарҙы еңгәндән һуң, Германияла совет ғәскәрҙәре составында 57-се уҡсылар дивизияһының 128-се артиллерия полкында ҡала. 1949 йылдың ғинуарында ғына демобилизациялана.

Вафин Насибулла Кирам улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, "Берлинды алған өсөн", "Берлинды азат иткән өсөн", "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән.

Зина Әхмәтйәнова, Әбйәлил районы.

Фото Зина Әхмәтйәнова архивынан.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас