9 май - Еңеү көнө
9 Мая 2023, 11:30

"Полюбила лейтенанта..."

Тыл ветерандары - 97 йәшлек Файза инәй, 96 йәшлек Хәкимә инәй, 94 йәшлек Сәфәрбикә инәй ҙә Еңеү байрамын ҡаршылай.

"Полюбила лейтенанта...""Полюбила лейтенанта..."
"Полюбила лейтенанта..."

Хәйбулла районының Аҡъюл ауыл биләмәһендә Еңеү байрамын тыл ветерандары - 97 йәшлек Файза инәй, 96 йәшлек Хәкимә инәй, 94 йәшлек Сәфәрбикә инәй ҙә ҡаршы ала. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, инәйҙәрҙең барыһы ла үҙ аяҡтарында йөрөй, иҫтәре лә теүәл.

"Иң ҡыуаныслыһы, балалары матур тәрбиәләй уларҙы. Уларҙың теремеклектәренән көс-дәрт алдыҡ. Байрам кәйефле инәйҙәр шаяртып та алды. Сәфәрбикә инәй: "Полюбила лейтенанта", - тигән йыры менән көлдөрҙө. Республика Башлығының ҡотлау телеграммаһына, район хакимиәте башлығының күстәнәстәренә ҡыуанып, изге теләктәрен теләп ҡалды ихлас Ғәлиәхмәт инәйҙәре. Беҙгә терәк булып ауырымай-һыҙланмай йәшәгеҙ әле, Еңеү яҡынайтҡан инәйҙәр!" - тип яҙа үҙ сәхифәһендә инәйҙәрҙе ҡотларға барған район хакимиәте башлығы урынбаҫары Роза Рәсембәтова.

Фото һәм видео: Роза Рәсембәтова.

"Полюбила лейтенанта..."
"Полюбила лейтенанта..."
Автор:Карима Усманова
Читайте нас