9 май - Еңеү көнө
10 Май 2023, 06:00

Беҙҙең олатайҙар һуғышта ла, тыныс тормошта ла һынатманы

Партияның ябай һалдаты, яратҡан һәм хөрмәтле уҡытыусы, тәрән аҡыллы остаз ине олатайыбыҙ

Беҙҙең олатайҙар һуғышта ла, тыныс тормошта ла һынатманыБеҙҙең олатайҙар һуғышта ла, тыныс тормошта ла һынатманы
Беҙҙең олатайҙар һуғышта ла, тыныс тормошта ла һынатманы

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе олатаһы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты:

"Орден-миҙалдар менән яуҙан ҡайтҡан, тыныс тормошта фиҙәкәр хеҙмәте менән бөгөнгө бәхетле көндө тыуҙырыуға ҙур өлөш индергән һуғыш яугире, Стәрлебаш районының хөрмәтле аҡһаҡалы - олатайыбыҙ  Хөсәйен Йыһангир улы Асҡаров.

Ул 1943 йылда Ватанды һаҡларға баҫа. Алкино хәрби лагерында әҙерлек курсын үткәс, Көнбайыш фронтҡа ебәрелә. Каунаста ике айлыҡ пулеметсылар курсынан һуң 202-се уҡсылар полкы составында өсөнсө Белоруссия фронтына ебәрелә. Көнсығыш Пруссияла пулеметсылар батальонында бүлек командиры булып, 1945 йылдың майына тиклем һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша. Кенигсбергты алыу өсөн һуғыша. 1945 йылдың июнь-июль айҙарында Көнсығыш Пруссия һәм Көнбайыш Белоруссия ерҙәрен ҡасып-боҫоп ҡалған фашистарҙан һәм урындағы бандиттарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас та олатайыбыҙ хәрби хеҙмәттә ҡала. Радистар мәктәбен тамамлап, радиоразведчик, артабан радиостанция начальнигы булып, Көнсығыш Пруссияла хеҙмәт итә.

1951 йылдың сентябрендә хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр.

1955 йылдан алып, 35 йыл дауамында Стәрлебаш районы мәктәптәрендә директор булып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә өс тапҡыр яңы мәктәп бинаһын төҙөү эшенә етәкселек итә, ауыл тарихын өйрәнә, мәктәп музейына нигеҙ һала.

Партияның ябай һалдаты, яратҡан һәм хөрмәтле уҡытыусы, тәрән аҡыллы остаз ине олатайыбыҙ. Уның тормош юлы бер мәктәп менән генә сикләнмәне. 30 йылға яҡын сәйәсәт, мәғариф селтәрендә пропагандист булып эшләне, "Ашҡаҙар" колхозы агитколлективының алыштырғыһыҙ етәксеһе, хужалыҡтың партбюро ағзаһы булды. Олатайыбыҙҙың депутатлыҡ эше тураһында ла байтаҡ яҙырға булыр ине - ауыл Советы депутаты һәм дүрт тапҡыр Стәрлебаш районы Советы депутаты булды.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, төрлө архивтарҙан мәғлүмәт туплап, үҙе йыйған сығанаҡтарға нигеҙләнеп, тыуған яғыбыҙҙың тарихын яҙҙы. Ауыл мәхәлләһенең имам-хатибы булып йәмәғәт эшен алып барҙы. Өләсәйебеҙ Фәниә Ғибаҙулла ҡыҙы менән алтмыш өс йыл бергә татыу ғүмер иттеләр. Икеһе лә бик изгелекле һәм хеҙмәт һөйөүсән кешеләр ине. Был сифаттарҙы улар үҙҙәренең балаларында һәм беҙҙә - ейән-ейәнсәрҙәрендә лә тәрбиәләргә тырышты".

Беҙҙең олатайҙар һуғышта ла, тыныс тормошта ла һынатманы
Беҙҙең олатайҙар һуғышта ла, тыныс тормошта ла һынатманы
Беҙҙең олатайҙар һуғышта ла, тыныс тормошта ла һынатманы
Беҙҙең олатайҙар һуғышта ла, тыныс тормошта ла һынатманы
Беҙҙең олатайҙар һуғышта ла, тыныс тормошта ла һынатманы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас