Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
10 Май 2023, 10:30

“Һеңлем, мин бит һиңә ҡайтма тинем...”

Әнүәр Нурғәлиев: “Был атай-әсәйемде юғалтыуҙан да ҡурҡынысыраҡтыр”

“Һеңлем, мин бит һиңә ҡайтма тинем...”
“Һеңлем, мин бит һиңә ҡайтма тинем...”

8 майҙа төндә Шишмә ҡасабаһында аварияла өс бала әсәһе, билдәле блогер Диана Сәфәрова һәләк булды. Мәғлүм булыуынса, ул билдәле эстрада йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Әнүәр Нурғәлиевтең яҡын туғаны булып сыҡты. Артист был хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

“Фажиғәле рәүештә ҡот осҡос аварияла беҙҙең Дианабыҙҙың ғүмере өҙөлдө... Әлегә быға ышанып булмай, был юғалтыу атай-әсәйемде юғалтыуҙан да ҡыҙғанысыраҡтыр.

Иҫерек енәйәтсе ғәйебе менән  һеңлемдең ғүмере өҙөлдө, өс бала - әсәйһеҙ, әсәй ҡыҙһыҙ ҡалды. Диана ғаиләһен бер үҙе ҡарай ине. Ҡәҙерлебеҙ, тыныс йоҡла. Туғаным, Аллаһ бирһә балаларҙы үҫтерербеҙ. Урындарың ожмахта булһын”, – тип яҙған Әнүәр Нурғәлиев.

Шулай уҡ икенсе бер яҙмаһында: “Һеңлем, мин бит һиңә ҡайтма тинем...”, – тип яҙған.

Мәғлүм булыуынса, билдәле блогер Диана Сәфәрова кисен ҡунаҡтан ҡайтып барған һәм кәртәгә бәрелгән.

– Авария урынынан алыҫ түгел урынлашҡан “Абсолют” магазинының тышҡы күҙәтеү камераһы булған. Яҙманы ҡарағандан һуң ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре “Honda Civic”-тың “Toyota Camry” автомобилен уҙып китеүе күренә. Әле был автомобилдең ваҡиға менән бәйле булыуы асыҡлана,  – тип аңлатты республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Диана Сәфәрованың Шишмәлә йәшәүе һәм өс бала – игеҙәк малайҙар һәм өлкән ҡыҙ тәрбиәләүе билдәле. Ул социаль селтәрҙәрҙә үҙенең лайф-блогын алып барған, ә элек дөрөҫ туҡланыу рецептары авторы булараҡ танылыу алған.

Диана Сәфәрова менән бөгөн Шишмә ауылында хушлашалар.

Беҙ ҙә Диана Сәфәрованың яҡындарының, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бик ҡыҙғаныс...

Фото: социаль селтәрҙән.

“Һеңлем, мин бит һиңә ҡайтма тинем...”
“Һеңлем, мин бит һиңә ҡайтма тинем...”
“Һеңлем, мин бит һиңә ҡайтма тинем...”
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас