9 май - Еңеү көнө
10 Май 2023, 13:50

Олатайҙар батырлығы мәңге хәтерҙә!

Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Еңеүгә арналған патриотик акция үтте. Һәләк булған геройҙарҙы хөрмәтләү маҡсатында Мәңгелек ут янына мәктәп уҡыусылары, студенттар, үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре һәм эшсе йәштәр йыйылды.

Олатайҙар батырлығы мәңге хәтерҙә!Олатайҙар батырлығы мәңге хәтерҙә!
Олатайҙар батырлығы мәңге хәтерҙә!

Митингыла БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Эдуард Сәйетбатталов, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Денис Ғәниев, Башҡортостан парламенты ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова, БР Башлығының йәмәғәт башланғысында балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, «Беренселәр хәрәкәте» дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе советы рәйесе Рәнис Хәсәнов сығыш яһаны.

"Өйгә ҡайтҡас, өлкәндәрҙән Бөйөк Ватан һуғышы ғаилә тарихында ниндәй хәтирәләр ҡалдырыуын һорағыҙ, ошо хәтерҙе быуындан быуынға еткерегеҙ», - тип мөрәжәғәт итте уҡыусыларға Денис Ғәниев. Бер минут тынлыҡтан һуң ҡунаҡтар Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәленә сәскәләр һалды.

Артабан сараға килгәндәр биш осло йондоҙ формаһына теҙелде һәм хор менән «Еңеү көнө» йырын башҡарҙы  Был ваҡытта уҡыусылар республика Хәрби дан музейы тәҙрәләренә тематик һүрәттәр элде. 109-сы, 61-се мәктәптәр, 82-се, 86-сы гимназиялар, 62-се лицей уҡыусылары һүрәттәр менән учреждениеның инеү урынын биҙәне.

Бөйөк Еңеүҙе хәтерҙә һаҡларға мөмкинлек биргән бар акциялар ҙа мөһим. Йылдар үтер, Бөйөк Еңеүҙең һикһән йыллығы һәм йөҙ йыллыҡ юбилейын ҡаршыларбыҙ. Әммә олатайҙар яулаған еңеүҙе киләһе быуын онотмаясаҡ», - тине Өфө ирекмәндәр ассоциацияһы етәксеһе, баш ҡаланың йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге директоры Елена Недопекина.

Сараны Өфө хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты, Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе һәм БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы булышлығында ҡала йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге ойошторҙо.

Фото асыҡ сығанаҡтан:

https://disk.yandex.ru/d/YmrRXxEw-ulq2A

 

 

 

Олатайҙар батырлығы мәңге хәтерҙә!
Олатайҙар батырлығы мәңге хәтерҙә!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас