

Ғәйнулла Сәйетғәли улы Ғәниев (1924 – 1996) Йылайыр районының Ҡәнзәфәр ауылынан. Өлкән ағаһы Сәйфулла вафат булғандан һуң, яңы 18 йәше тулған егет үҙ теләге менән фронтҡа яҙыла. Берлинға тиклем барып еткән һуғыш ветеранының иҫтәлектәренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
Алкин-2 лагерында
1942 йылдың сентябрь башында Алкин станцияһына төнләтеп кенә килеп еттек. Ҡойоп ямғыр яуа. Өфөнән барып алған лейтенант колоннаға теҙеп мәшәҡәтләнгәйне лә, булдыра алманы. “Минең арттан ҡалмаҫҡа”, – тине лә, беҙҙе эйәртеп, лагерға алып ҡайтып китте.
Таныштар бер-беребеҙҙән ҡалмаҫҡа, айырылмаҫҡа тырышып, ҡайһыларыбыҙ етәкләшеп, лагерға барып еттек. Беҙҙе һыуыҡ землянкаға алып барып индерҙеләр. Таныштарға яҡыныраҡ булырға тырышып, нарҙарҙан урын алдыҡ та, кем нисек етте шулай ятып йоҡланыҡ.
Иртәгәһенә үҙебеҙ хеҙмәт итә торған частарға бүлделәр. Мин 1-се батальондың 3-сө ротаһына эләктем. Взвод, отделениеларға бүлеп, иртәнге ашҡа алып киттеләр. Ашап бөтөүгә, минең арттан килеп, кемдер күҙҙәремде ҡапланы. Әйләнеп ҡараһам, үҙебеҙҙең колхоз хисапсыһы Ҡадиров ағай. Күрешеп һөйләштек, ул үҙен нисек табырға икәнен өйрәтте, шунан һуң айырылыштыҡ. Күрше полкта ПТР взводының командиры икән. Лагерҙа беҙҙән үрҙәрәк ПТР полкы, беҙҙән түбән, атыш яланында, миномет полкы, беҙҙең пулемет полкы уртала урынлашҡайны. Өс полк та бер ашханала туҡланып йөрөнөк.
Ҡадировтың полкы аҙнаға бер тапҡыр ашханала дежурҙа була ине. Белеп алдым да ошо взвод дежурҙа торған ваҡытта барып күрешәм. Ҡадиров ағай бер котелок итле генә аш һалып бирә. Мин землянкаға алып ҡайтып, Сәлим ауылы егете Нурғәле Ҡасимов менән бергә ашай торғайныҡ. Ул ваҡытта аҙнаға бер яҡшы туйынып алыу ҙа беҙҙең өсөн файҙаға ине.
Мунсаға алып барып йыуындырҙылар. Үҙебеҙҙең кейемдәрҙе һалдырып, һалдат формаһы кейҙерҙеләр. Ҡайһыларыбыҙға аяҡ кейеме етмәне, миңә лә эләкмәне. Үҙебеҙҙең кейемдәрҙе тоҡҡа һалып, адрес яҙҙырттылар ҙа алып киттеләр. Улар шулай юҡ булды.
Иртән ҡырау төшә башланы, ә беҙҙе иртәнге зарядкаға яланаяҡ көйө сығарып йөрөттөләр. Һыуыҡ тейҙереп йүткереп ауырыусылар ҙа булды. Мин өс көн йөрөнөм дә бүтәнсә сыҡманым, шунан һуң ғына старшина ботинкалар килтереп таратты.
Фронтта ғына түгел, тылда ла ҡоротҡослоҡ эштәре барҙы: яланаяҡ ҡарға теҙеп баҫтырып ҡуйыу, алыҫ аранан ауыр йөк ташытыу аслы-туҡлы йөрөгән кешеләрҙе йонсотто. Етмәһә, өс полкты хеҙмәтләндергән мунсабыҙ янып китте, дөрөҫөрәге, үртәнеләр. Курсанттар шул тиклем йонсоно, бетләне, төрлө ауырыу көсәйҙе, күптәр фронтҡа барып етмәй ҡырылды.
Шул ваҡытта медицина комиссияһы үткәрҙеләр. Йонсоп, бәләкәйләнеп ҡалған курсанттарҙы ҡайтарҙылар. Мин армияға алынғанда буйым метр ҙа 55 сантиметр ине, бүрәнә ташығандан һуң 151 сантиметр булып ҡалғанмын. Буйы 150 сантиметр булғандарҙы ҡайтарҙылар, ә мине ҡалдырҙылар.
Лагерҙағы етешһеҙлектәр тураһында яҙырға рөхсәт итмәнеләр, яҙһалар ҙа, ундай хаттарҙы цензура үткәрмәне. Бер мәл Оборона наркомына яҙмаҡсы булдылар. Яҙыуҙарын ниндәйҙер таныштары, туғандары аша ебәреүгә өлгәшкәндәр. Шунан һуң Оборона наркомынан К. Е. Ворошилов килеп, күп етешһеҙлектәрҙе асыҡлап, бер нисә командирҙы вазифаһынан бушатып китте. Беҙгә курсант паегы, ғүмерҙә күрмәгән аҡ икмәк бирә башланылар.
Ворошилов килгәндән һуң, беҙҙең отделениеға Комеленко тигән сержантты ҡуйҙылар. Взвод командиры ла арыу ғына лейтенант булып сыҡты. Беҙ һуғыш ҡоралдарын өйрәнә башланыҡ, эштәребеҙ яйға һалынды.
Пулеметты һүтеп ташлайбыҙ ҙа ҡабаттан йыябыҙ, сальникты дөрөҫ урарға өйрәнәбеҙ. Атыш урынына йөрөп, атыу һөнәренә өйрәнә башланыҡ, төрлө сәпкә атып ҡарайбыҙ. Күптәр арыу уҡ төҙ ата башланы, минең пулялар ҙа ситкә китмәй.
Февраль баштарында беҙҙән имтихан алдылар. Сержант званиеһы биреп, 28-се уҡсылар полкына ебәрҙеләр. Унда отделение командиры булып, фронт һыҙығына китеүселәрҙе әҙерләнек. Шунда Ҡыпсаҡ ауылынан Әхмәҙи Әүхәҙи улы Таҡаевты үҙемдең отделениеға алдым. “Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит”, тигән бит боронғолар. Беҙ ҙә Дим йылғаһының аръяғында Ар ауылы янында дүрт-биш көн картуф ултырттыҡ та, 21 майҙа эшелонға тейәлеп фронтҡа киттек.
Украина ерендә
Беҙ Украина еренә барып индек. Немецтар сигенгән ваҡытта ауылдарҙы аяуһыҙ үртәй. Хорол тигән ҡалаға тура һөжүм итмәй урап үтергә булдыҡ. Юлда немец самолеттары бомбаға тотто. Ярай әле, бер һаҙламыҡ, батҡаҡ ергә тура килдек. Бомбалар һыҙғырып килеп эргәгә төшә, ер һелкенә, ярылмай. Ул һаҙлыҡтың эсе тулы бомба.
Немецтар үртәмәгән бер бәләкәй генә матур ауылды алдыҡ. Беҙҙең пулемет расчетына ауылдың ситендә бер ҡалҡыу ергә урынлашырға ҡуштылар.
Немецтар ҡысҡырыша башланы. Улар яғына автоматтан оҙон ғына сират бирҙем, тауыштары баҫылды. Төндә, асыҡ ерҙә, пулемет үҙен әллә ҡайҙан күрһәтә бит ул. Көбәктән сыҡҡан ут метр-метр ярымға һуҙыла. Беҙҙең пулемет торған ергә мина яуҙыра башланылар, алай ҙа беҙҙән 50 метр самаһы аша һуҡтыралар. 50-ләп мина ярылды. Немецтар ҙа, беҙ ҙә тынысландыҡ. Улар “пулеметты юҡ иттек” тип уйланы шикелле.
Ул арала беҙҙекеләр позицияға кире ҡайта башланы. Беҙҙең пулемет булмағанда батальон, ҡамауҙа ҡалып, юҡҡа сыға ине. Аҡылһыҙ эш итеү сәбәпле, бер төн эсендә күп кенә иптәштәребеҙ яҡты донья менән хушлашты, лейтенант Лукинды, сержант Насировты (Бөгөлмәнән ине) тереләй усаҡта үртәгәндәр.
Иртәгәһенә төндә алабыҙ тигән бер ауылды, йылға аръяғындағы ике ауылды дошмандан азат иттек. Шундағы бер әбейҙең ҡарғаныуы һаман күҙ алдында тора, немецтарҙы ла, беҙҙе лә әрләй. Өйө дөрләп яна, мөгәрәптән төшөп бер көршәген генә алған да, күкрәгенә ҡыҫып, ошо көршәктән башҡа бер нәмә лә ҡалманы, тип үкереп илай.
Өсөнсө ауылды алғас, окоп ҡаҙа башлағайныҡ, Йылайыр районынан өлкән лейтенант Сидоров:
– Ғәниев, бер иптәшеңде ал да, анау ел тирмәне эргәһендәге КП батальонына барып, танкыларға ҡаршы гранаталар алып кил, – тине. – Унда иптәштәрең Әхмәтғәлин менән Сәфәрғәлин дә бар. Джумабаев тигән ҡаҙаҡ егетен алдым да, тирмән эргәһенә барып, иптәштәрҙең исемен әйтеп, ҡысҡырып эҙләп ҡараныҡ. Юҡтар. Үҙебеҙҙең позицияға кире килһәк, беҙҙекеләр ҙә юҡ.
Эңер төштө, беҙ тоҫмаллап ары киттек. Бер аҙ барғас, кукуруз араһында кеше йөрөгәнен шәйләнек, беҙҙең яҡҡа киләләр. Көтөп ултырып, яҡынлашҡас: “Туҡта, кем килә?” – тип автоматтарҙы тоҫҡағайныҡ, “үҙебеҙҙекеләр, разведчиктар” тинеләр. “Ары бармағыҙ, немецтарға эләгәһегеҙ”, – тип кәңәш бирҙеләр.
Уңға боролоп, түбәнгә төшкәйнек, бер ауылға барып индек. Артиллеристар килә башлаған, тимәк, беҙҙекеләр алға киткән. Бер юлға төшөп алып, артабан киттек. Арттан ике кеше килеүен күреп, көтөп алдыҡ. Бер йәш кенә кесе лейтенант ординарецы менән ҡыуып етте. 2-се батальон егеттәре икән. Инде һеҙҙән ҡалмайбыҙ, тип бергә атланыҡ, 2-се батальонға барып ҡушылдыҡ. Батальон командирына: “Ғәниев беҙгә ҡушылды”, – тип 1-се батальонға хәбәр итегеҙ тиһәм дә, хәбәр итмәгәндәр. Шулай итеп, өс көн 2-се батальон сафында һуғыштым. Минең хаҡта ауылға “хәбәрһеҙ юғалды” тип “ҡара ҡағыҙ” ебәргәндәр.
Хеҙмәттәшем һәләк булды
Немец ташлап киткән окопҡа төшөп төндө уҙғарҙым. Таң һарыһынан беҙҙекеләр тағы һөжүм башланы. Мин дә, окоптан сығып, алға йүгерҙем, бер яҡ ситтән барам. Снарядтар ҙа ярыла, пулемет та ата, ә немецтар миңә иғтибар итмәй. Алдағы арыш көлтәләре аҫтынан немецтар сығып ҡаса башланы. Бер немецтың окобына төшөп ултырһам, Фәйзрахман Ҡадиров ағай йүгереп килә. Икебеҙ бер окопта ултырып хәл-әхүәл белештек. Һағынышҡанбыҙ. Фәйзрахман ағай:
– Бөгөн еңгәйеңдән хат алдым, улым менән төшкән фотоһын да ебәргән, тип хатын уҡып, фотоны ҡарап ултырҙыҡ. Шул урындан 500 метр самаһы көнбағышлыҡты сыҡҡайныҡ, икебеҙҙең араға снаряд килеп төштө. Миңә бер нимә лә булманы, ағайҙың уң ҡулының өс бармағын өҙөп алып китте. Ауырғазы районынан бер сыуаш егете менән бәйләп ҡуйғайныҡ, “күкрәгем” тине. Ҡараһаҡ, күкрәгенә ярсыҡ ингән. Күп тә үтмәй, йән бирҙе. Ғәтифә еңгәй менән улы Ғабдрахмандың фотоһын аҙаҡҡы күреүе булған икән.
Миңә хәрби хеҙмәткәр, бигерәк тә командир булыу килешмәне, һалдаттарҙы йәлләнем. Улар өсөн күберәк үҙемә эләгә ине. Командир булғас, үҙеңә лә, һалдаттарыңа ла талапсан булыу кәрәк. Черкассыны алғас, Белозерное эргәһендә һуғыш тыныбыраҡ торған арала пулеметты, сепрәк булмағас, погонды йолҡоп алып, шуның менән таҙалап һөртөп ултырһам, полк командиры Чернов үҙенең адъютанты менән минең ни эшләгәнде арттан ҡарап торған.
– Ниңә погоның менән пулемет таҙартаһың?
– Сепрәк юҡ, иптәш полковник, – тип яуап бирҙем.
– Фамилияң нисек?
– Ғәниев.
– Откуда?
– Из Башкирии.
Адъютантҡа, яҙып ал әле, тип бойорҙо. Баҡһаң, наградаға тәҡдим итеүҙәре булған икән. Ул турала кискә табан ишеттем. Шул төндә яраландым. Миңә артыҡ шатланыу ҙа килешмәй: наградаларға тип яҙып алһалар яраланам да ҡуям. Һуғыш бөтөр алдынан тағы сержант званиеһы бирҙеләр, иң тәүҙә – “Хәрби хеҙмәте өсөн” миҙалын, йәнә береһен – 15 йыл, икенсеһен 17 йыл үткәс алдым. Тағып йөрөргә ояла торғайным, ҡартайғас, юлда йөрөгәндә кәрәк булғас, таға башланым.
1996 йыл, апрель – октябрь.
- Ғәйнулла ҒӘНИЕВ