9 май - Еңеү көнө
20 Май 2023, 04:00

Ауылда 90-ды уҙған атай көтә

Ғәле Хәсәнов алыҫта йәшәй. Тик май айында тыуған ауылына ҡайтмайынса булдыра алмай.

Ауылда 90-ды уҙған атай көтәАуылда 90-ды уҙған атай көтә
Ауылда 90-ды уҙған атай көтә

Яҡташыбыҙ Ғәле Хәсәнов - табип, йәмәғәт эшмәкәре. Ул күп йылдар Татарстанда йәшәй. Әммә ауылына ҡайтып йөрөй. Унда уның 90 йәште уҙған атаһы йәшәй. 

"8 майҙа беҙ улым менән атайыбыҙға, Әбйәлил районының Ишкилде ауылына ҡайттыҡ. Апайым һәм ауылдаштарым менән бергә Еңеү көнөн ҡаршы алдыҡ. Ауылдаштарға тантаналы сараны ойошторғандары өсөн рәхмәт! Апайым Фәрзәнә Әхтәр ҡыҙына матур шиғырҙары өсөн рәхмәт!

Атайым Әхтәр Нәжметдин улы (1930 йылғы), саҡ-саҡ йөрөүенә ҡарамаҫтан, обелискка тиклем барып, сәскә һала алды. Атаһын - Нәжметдин Хәсән улын (1905 йыл - 08.01.1943 йыл, 890-н хәрби часы, 218-се СП, 287-СД) һәм фронтта батырҙарса алышҡан башҡа ауылдаштарын хөрмәтләп иҫкә алыуына рәхмәт!" - тип яҙған ул. 

Тиҙҙән йәй етә. Ғәле Әхтәр улы ғәҙәтенсә бесән әҙерләшергә йәнә ауылға ҡайтасаҡ. 

Фото: Ғ. Хәсәнов. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас