Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
3 Июнь 2023, 14:00

"Мине унда иптәштәрем көтә"

Бөгөн Өфөнән йәнә бер төркөм хәрбиҙәр ялдан һуң махсус-хәрби операция биләмәһенә юлланды.

"Мине унда иптәштәрем көтә"
"Мине унда иптәштәрем көтә"

Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш һорауы буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов был төркөмдөң үҙенсәлеген дә билдәләп үтте:

- Бөгөн беҙ Рәсәй Геройы А. Доставалов исемендәге батальондың сираттағы төркөмөн махсус-хәрби операция биләмәһенә оҙатабыҙ. Егеттәр ял иткәндән һуң йәнә юлға сыға. Шуныһы үҙенсәлекле был төркөмдә республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләнгән яугирҙәр ҙә бар. Шулай уҡ бөгөн юлланыусы егеттәр араһында ведомство наградаларына лайыҡ булыусылар ҙа бик күп. Был егеттәргә теләк бер – үҙҙәрен һаҡлаһындар һәм еңеү менән ҡайтһындар, - тине ул.

Күңелдәге көслө рух берләштерә яугирҙәрҙе. “Дед” позывнойлы егет яҡындары янында ике аҙна ялдың һиҙелмәй ҙә  үтеп китеүен билдәләне:

- Махсус хәрби операция биләмәһендә мине иптәштәрем көтә. Бында оҙаҡҡа ҡала алмайым. Маҡсат – тиҙерәк еңеп, өйгә ҡайтырға, - тине ул.

“Әхмәт” позывнойлы яугир ғаиләһе, балалары янында матур итеп ял итеүен белдерҙе. “Еңәбеҙ!” тигән хәрби рух менән юлға сығыуҙарын әйтте.

“Степа” позывнойлы әңгәмәсем дә махсус хәрби операция биләмәһендә байтаҡ тәжрибә туплаған.

- Ялда булғанда ла махсус-хәрби операцияла ҡалған егеттәр өсөн борсолдом, улар тураһында уйланым. Мөмкинлек булғанда шылтыратып хәлдәрен белештем. Унда бер-береңә ярҙам итеү көслө, - тине “Степа”.

“Абу” позывнойлы яугир ҙә тыуған ерендә, яҡындары менән күңел көсө алып махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыуы хаҡында һөйләне.

Изге теләк теләп оҙатыусы, һағынып көтөп алыусы яҡындарың булыуы яугирҙәргә бөтмәҫ көс-ҡеүәт бирә. Бөгөнгө  егеттәр ҙә һәр ваҡыт яҡындары иғтибарында, ҡамауында булды.

Әңгәмәсем кейәүен оҙатыусы апай көслө рухлы, ныҡлы егеттәребеҙ өсөн ғорурланыуын йәшермәне:

- Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ электән батыр булған. Атайым Бөйөк Ватан һуғышы яугире, Советтар Союзы Геройы булды. Бөгөнгө көслө рухлы йәштәребеҙгә ҡарап һоҡланам. Егеттәр ныҡ булһындар, бирешмәһендәр, тип теләйем. Уларҙы шатланып ҡаршы алырға яҙһын. Иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп доғаларыбыҙҙы уҡырбыҙ, - тине ул.

Алыҫ райондан ауылдаш яугирҙәрен оҙатырға килгән төркөм эргәһендә туҡталып уларҙың да егеттәргә теләктәрен тыңланыҡ:

- Илгә тыныслыҡ килһен. Яугирҙәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Ошондай көслө яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Махсус хәрби операциялағы яуҙаштары менән улар туғандар һымаҡ яҡын булыуҙары ла ҡыуаныслы, - тинеләр апайҙар.

Яҡындар менән ҡосаҡлашыу-хушлашыу минуттары үтте лә китте. Яугирҙәребеҙ йәнә етди бурыс үтәүгә юлланды. Дәррәү юлға сыҡҡан егеттәргә бик тиҙҙән дәррәү иҫән-имен ҡайтып төшөргә яҙһын.

Автор фотолары.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: