

Ауылдар төҙөкләнә, йәшәү өсөн шарттар яҡшыра икән, уларҙың киләсәге лә өмөтлө. Тамырҙарыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы тап ауылдар һаҡлай. Үткәндәрен онотмаған, тарихын белгән, шәхестәрен хөрмәтләгән халыҡ үҙе лә ихтирамлы булыр.
Стәрлетамаҡ районының Уҫылы ауыл биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәлдәр асыуға, булғандарын төҙөкләндереүгә һуңғы йылдарҙа ҙур иғтибар бирелә.
Бынан ике йыл элек Түбәнге Уҫылы ауылында һәйкәл ҡуйыу йәш быуынға Бөйөк Еңеүҙең ни тиклем ҙур ауырлыҡ менән яуланыуы тураһында иҫкәртеп тора. Был обелиск яуҙа һәләк булғандар, иҫән ҡайтҡандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә ҡуйылған. Һәйкәл “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында ҡуйылған. Шулай уҡ ауыл биләмәһе, бағыусылар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Ошо уҡ программа буйынса былтыр Суртан ауылында Еңеү һалдаттарына һәйкәл яңынан эшләнгән, ә Уҫылыбаштағыһына капиталь ремонт үткәрелгән.
Бөйөк Ватан һуғышы хәтирәләре халҡыбыҙ күңеленә уйылған. Кемдеңдер атаһы, олатаһы йә ҡарт олатаһы Еңеү өсөн көрәшкән. Шуға ла илһөйәрлек сараларында халыҡ үҙе лә әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр Соңғор ауылында халыҡ һәм урындағы хакимиәттең тырышлығы менән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл ҡуйылған. Быға тиклем ауылда бындай иҫтәлекле урын булмаған. Илебеҙҙең тыныслығы өсөн үҙен аямай көрәшкән, яу яландарында һәләк булғандарҙың батырлығы тураһында иҫкә төшөрөп торған һымаҡ ауыл ерҙәрендәге бындай һәйкәлдәр.
Ауылдарҙы төҙөкләндереү, яңы һулыш өрөү йәһәтенән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ла этәргес көс бирә. Был программа халыҡҡа ауылдағы проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнашырға ярҙам итә. Һуңғы йылдарға күҙ һалғанда Үрге Уҫылы ауылында мәктәп биләмәһендә балаларға спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән, “МТЗ-82” тракторын алыу ҙа ауыл биләмәһенең хужалыҡ эштәрен башҡарыуҙа ҙур файҙа килтерә. Быйыл Түбәнге Уҫылы ауылы конкурсты уңышлы үткән. Тиҙҙән балалар баҡсаһы биләмәһендә кескәйҙәр өсөн майҙансыҡ төҙөләсәк.
Юлдарҙың торошон хәстәрләү ҙә – уңайлы көнкүреш кимәле күрһәткесе. Был йүнәлештә лә һөҙөмтәләр бар. Мәҫәлән, Соңғор ауылында быға тиклем таш юл ғына булһа, ике йыл элек ике километр оҙонлоҡта юлға асфальт түшәлгән. Был эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты ярҙамында башҡарылған.
Йәнтөйәкте урындағы халыҡ күтәрә, сөнки улар төбәктең һәр проблемаһын тәрәндән белә. Ауыл үҙенең тыуған еренә битараф булмағандарға таяна.
Ауыл биләмәһе башлығы Юрис Вәхитов “Атайсал” проекты буйынса ниәттәре менән дә уртаҡлашты:
– Алға ҡуйған ҙур ғына маҡсаттарыбыҙҙың береһе – Түбәнге Уҫылы ауылындағы шишмәне төҙөкләндереү.Тирә-яғын яңынан матурлап, кәртәләп, эргәһенә эскәмйәләр ҡуйырға ниәтебеҙ бар. Был шишмәгә халыҡ һыуға йөрөй, шуға уның тирә-яғын төҙөкләндереү – изге бурыс. Был эште атҡарыуҙа ярҙам итергә ниәтләнгән яҡташтарыбыҙ бар, –тине ул.
Изге маҡсаттар тормошҡа ашһын. Ауылдарҙа йәшәү һулышы һүрелмәһен.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Стәрлетамаҡ районы