9 май - Еңеү көнө
20 Июнь 2023, 06:01

Бер хатты уҡығас…

“Һуғыштың нимә икәнен балаларыбыҙ белмәһен ине!”

Күптән түгел журналист, хеҙмәт ветераны, матбуғат дуҫы Сәнә апай Сабирйәнованан редакцияға ошондай йөкмәткеле хат килде:

“Хөрмәтле замандаштарым! Яңы ғына илебеҙҙә Бөйөк Еңеү көнөн билдәләнек. Нисәмә йыл үтһә лә, был һүҙҙәрҙе яҙғанда ла, иҫкә алғанда ла ҡайнар күҙ йәше тәгәрәмәй ҡалмай. Еңеү хәбәрен ишеткәс, ауылдаштар­ҙың, үҫмер ағайымдарҙың ҡосаҡлашып илашҡаны әле лә күҙ алдында.

Был хатты яҙыуымдың бер ҡыҙыҡ ҡына сәбәбе бар. Әле, ҡағыҙ-ҡараны йыйыштырып ултырғанда, бер ҡағыҙ бите ни өсөндөр күҙгә ташланды. Уҡып ҡараһам, Ауырғазы районының Мора­ҙым ауылынан Мөхәммәт Смаҡов тигән хәрби кешенең бер ауылдашына яҙған хаты булып сыҡты. Мин бынан байтаҡ йылдар элек Салауат Килдин тигән уҙамандың Мораҙым ауылы хаҡындағы шаҡтай күләмле тарихи әҫәрен нәшергә әҙерләүҙә ярҙам иткәйнем, был хат шунан ҡалғандыр, моғайын. Бик тулҡынландырғыс хат бөгөнгө көндә бигерәк тә мөһим. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина, Польша, Молдавия ерҙәрен фашистарҙан азат иткәндә ятып ҡалған дуҫтарын һәм үҙенең хәрби юлындағы батырлыҡтарын хәтергә алып яҙа. Һуғыш фажиғәләренең киләсәк быуында ҡабатланмауын теләй. Ошо данлыҡлы совет офице­рының хатына битараф ҡала алмайынса, һеҙгә ебәрергә булдым. Бына шулай, туғаным, беҙ бит “һуғыш осоро балалары” сафында. Ул осор бөйөк тә, аяныслы ла булып хәтергә уйылған. Етмәһә, был хаттағы яугирҙәр менән бер үк ваҡытта (бәлки, бер үк фронтта ла булғандыр) минең бер туған ағайым Фәрүәз Ғәфүр улы Ғилманов та 1944 йылдың 9 декабрендә һәләк булған һәм Польшаның Радзыменский өлкәһендәге Здыпнов ауылында ерлән­гән. Шулай уҡ атайым Ғәфүр Сабирйән улы Ғилманов, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеп, 1943 йылдың февраль айында һәләк булған. Атайымдың һуңғы хаты өйгә Сталинград һуғышы осоронда килгән. Тимәк, 1943 йылға тиклем ул үҙенең кавалерия дивизияһында һуғышҡан, шуға күрә әллә атайым да һуңғы көнөнәсә Шайморатов менән бер үк яуҙа булдымы икән, тигән уй ҙа килә башҡа, сөнки ул да 1943 йылдың 23 февралендә вафат булған. Бына ошондай үкенесле яҙмыштарҙы иҫкә төшөрөп, был хат мине айырыуса тулҡынландырҙы. Хатты һүҙмә-һүҙ күсереп һеҙгә ебәрәм, бәлки, гәзиткә биреү мөмкинлеген табырһығыҙ”.

Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тыуып үҫкән яугир, совет офицеры Мөхәммәт Смаҡовтың хатын үҙгәртмәйенсә уҡыусылар ҡарамағына тәҡдим итәбеҙ.

“Һаумыһығыҙ, Әмирхан ағай һәм һеҙҙең татыу оло ғаиләгеҙ! Барығыҙға ла йөрәктән сыҡҡан сәләмдәребеҙҙе һәм иң яҡшы теләктәребеҙҙе оҙатып ҡалабыҙ. Һеҙҙең менән бергә бала сағым үткән тыуған ауылым Мораҙымдағы осрашыуыбыҙҙы йылылыҡ, шатлыҡ һәм ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо менән иҫкә алабыҙ. Беҙ Мораҙым мәктәбенең беренсе сығарылыш уҡыусылары булдыҡ. Тик шуныһы үкенесле, һеҙҙең менән оҙағыраҡ әңгәмәләшергә форсат теймәне, мәктәбебеҙҙә, Биллеғылыста, яланаяҡ йүгереп үҫкән, балыҡ ҡармаҡлаған таш күперҙә, тау башында була алманыҡ. Ихлас сәләмдәремде мине хәтерләгән яҡташтарым ҡабул итһен, Зәйнулла дуҫыма һәм уның ҙур ғаиләһенә сәләм!

Беҙ Минск ҡалаһына һәйбәт барып еттек, көсөргәнешле юлдан һуң нормаға килдек. Сумарҙан һуң һуғыш ваҡытында Маша эшләгән Ишембай ҡалаһына киттек, унда заводтағы дуҫтарыбыҙҙы таптыҡ. Бик йылы осрашыу булды. Аҙаҡ Өфөгә Ғәйниә апайымдың улы Ҡудаш туғаныма барҙыҡ, унда ҡунаҡ булдыҡ. Стәрлетамаҡ, Ишембай, айырыуса Өфө ҡалаһы бик яҡшы тәьҫораттар ҡал­дырҙы. Күпме төҙөлөш, ниндәй таҙалыҡ, иҫ китмәле йәшеллек, бына тигән матур, бәхетле кешеләр!

Ә Мораҙым тағы ла яҡшыраҡ тәьҫораттар уятты. Ауыл бәләкәй генә йорттарҙан торған ҙур ауылға әүерелгән. Мәктәбебеҙҙең Башҡортостанда иң яҡшыларҙың береһе булыуын теләге килә.

Әмирхан ағай, һинең үтенесең буйынса фотографиямды һалам. Мин 1980 – 1982 йылдарҙа, инде запаста булғанда, үҙем эшләгән институттағы “Улар Тыуған ил өсөн көрәште” таҡтаһы өсөн фотоға төшкәйнем. Хәҙер мин пенсияла.

Совет Армияһы сафында 28 йыл хеҙмәт иттем, сир арҡаһында полковник званиеһында запасҡа киттем. 1969 йылда ғилми-тикшеренеү институтына эшкә килдем. Ә армияға, Сахай ауыл мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән осорҙа, 1940 йылда саҡырылдым. 1941 йылда Рязань артиллерия училищеһын тамамланым, Сталинград янындағы фронтҡа 1942 йылдың йәйендә эләктем. Сталинград һәм 4-се Украина фронттарында һуғыш аҙағына тиклем 46-сы айырым Ясло бронепоездар дивизионы (Польша­лағы Ясло ҡалаһы) составында дивизион штаб начальнигы һәм командиры вазифаларында лейтенанттан капитанға еткәнсе һуғышта ҡатнаштым.

1944 йылда Черновцы ҡалаһы эргәһендәге һуғыштарҙа партия сафына индем. Ошо йылдың июнендә Ясло ҡалаһы өсөн барған һуғышта контузия алдым, госпиталдә яттым, орден менән бүләкләнеләр. Беҙҙең дивизионға “Ясловский” исеме бирелде, күп ягирҙәребеҙ орден-миҙалдарға лайыҡ булды, ә шәхси состав Юғары баш командующий И.В. Сталиндан рәхмәт хаты алды. Байтаҡ дуҫтарым шул ерҙә мәңгелеккә ҡалды, беҙ уларҙы һәләк булған урындарында ерләнек. Бергә хеҙмәт иткән, һуғышҡан күп кенә иптәштәрем менән яҙышып торам, һәләк булған дуҫтарыбыҙҙы һәр саҡ иҫкә алабыҙ, улар бит Сталинград янында ла, Украиналағы Волноваха ҡалаһы эргәһендә лә, Молдавиялағы Черновцы районында ла ерләнгән. Бер ҡасан да, бер ниндәй ҙә һуғыш булмаһын, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ бер ҡасан да һуғыштың нимә икәнен белмәһен, тип теләйбеҙ.

Һуғыштан һуң мин Сталин исемен­дәге бронетанк ғәскәрҙәре хәрби академияһын тамамланым, танк дивизияларында, армия һәм округ штабтарында хеҙмәт иттем, ғилми-тикшеренеү институтында уҡыттым. Тормош юлымды һүрәтләп, күп яҙып ташланым, ахырыһы. Һеҙгә барса яҡшылыҡтар, һаулыҡ теләйем. Уңыштар һеҙгә!

Ҡайнар сәләмдәр менән Мөхәммәт, Маша һәм балаларыбыҙ.

1982 йыл, 19 сентябрь”.

Геройҙың яҙмышы беҙҙе лә ҡыҙыҡһындырҙы. Данлыҡлы яҡташы­быҙҙың тормош юлы тураһында “Үлем­һеҙ полк” сайтында байтаҡ мәғлүмәт таптыҡ.

Мөхәммәт Харас улы Смаҡов 1922 йылдың 12 авгусында Ауырғазы районының Мораҙым ауылында баш­ҡорт ғаиләһендә 11-се бала булып донъяға килә. Атаһы дин әһеле була, балаларына яҡшы белем бирергә тырыша. Яҡташыбыҙ буласаҡ тормош иптәше Мария Петровна менән 1943 йылда заводҡа бронетехника алырға килгәндә Коломна ҡалаһында таныша. Еңеү көнөндәге парадта уға өйләнешергә тәҡдим яһай. 1946 йылда тәүге ҡыҙҙары Нелла донъяға килә. Һуғыштан һуң Мөхәммәт Смаҡовҡа подполковник званиеһы бирелә һәм уны Әрмәнстанға хеҙмәткә ебәрәләр. 1953 йылда Көнсығыш Германияның Эберсвальде ҡалаһына хеҙмәткә оҙаталар. Штабтың оператив бүлегендә етәксе, гарнизондың тәрбиә эше буйынса начальник урынбаҫары булып эшләй. Ошонда Смаҡовтарҙың Борис исемле улдары һәм Галина исемле ҡыҙҙары донъяға килә. 1959 йылда ғаилә Белоруссияға күсенә. Хәрби хеҙмәтте генштабта полковник званиеһында тамамлай. 1983 йылда Мәскәү өлкәһенең Солнечногорск ҡалаһында йәшәй башлайҙар. Яҡташы­быҙ өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Ул хәрби хөрмәт менән Солнечногорск ҡалаһы эргәһен­дәге Обухов зыяратында ерләнгән.


Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас