9 май - Еңеү көнө
22 Июнь 2023, 12:30

Бөгөн илебеҙ иртә таңдан уянды...

Салауат районында һағыш ҡорбандарын иҫкә алдылар.

Бөгөн илебеҙ иртә таңдан уянды...Бөгөн илебеҙ иртә таңдан уянды...
Бөгөн илебеҙ иртә таңдан уянды...

Бөгөн илебеҙ иртә таңдан уянды, Бөйөк Ватан һуғышы обелискыларына, һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды, май шәмдәре ҡабыҙылды...

Республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ла Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре һәм тыл батырҙары стелаларына, обеликыларға сәскә һалдылар һәм “Хәтер шәме”н ҡабыҙҙылар. Ошондай сара Салауат районында ла үтте.

– Бөгөн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө – Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. 82 йыл элек, 1941 йылдың 22 июнендә, фашистик Германия һуғыш иғлан итмәйенсә Советтар Союзына һөжүм итә. Был көндө беҙ һәләк булғандарҙы иҫкә алабыҙ һәм батырҙарса нацизмға ҡаршы баҫҡан ветерандар алдында баш эйәбеҙ, тыл хеҙмәтсәндәренә оло хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Беҙ иҫләйбеҙ! Беҙ ғорурланабыҙ! – тине Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов.

1941 йылдың 22 июнь таңында фашистик Германия Советтар Союзына һөжүм итә – өс йыл да ун ай һәм 18 көнгә һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Дәһшәтле һуғыш йылдарында илебеҙ 27 миллиондан ашыу кешеһен юғалта. Совет Армияһы Европа илдәрен фашизм ҡоллоғонан азат итә.

 Бөгөн - Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө, яу яландарында башын һалған һалдаттарҙы иҫкә алайыҡ...

Фото: vk.com/marskashapov

Бөгөн илебеҙ иртә таңдан уянды...
Бөгөн илебеҙ иртә таңдан уянды...
Бөгөн илебеҙ иртә таңдан уянды...
Бөгөн илебеҙ иртә таңдан уянды...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас