

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Ғәрәп юртаҡтары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мөхәммәт Аль Харби киләсәктә лә республика менән бергә эшләү теләге менән уртаҡлашты.
- Башҡортостанда юғары кимәлдә фестиваль ойошторолоуына бик шатмын. Сит илдәрҙән дә күптәр килгән, уларҙы йылҡыға булған һөйөү берләштерә. Һеҙҙең республикаға тәүгә килеүем, һеҙҙең аттарҙы, кешеләрҙе күреп, аралашыуға яңы идеялар тыуҙы, - ти ул. Ғәрәп ҡунаҡтарын республикабыҙ ғалимдарының башҡорт аттарының эмбриология һәм генетикаһын өйрәнеү өлкәһендәге эштәре ҡыҙыҡһындырған.
Фото pixabay.com