9 май - Еңеү көнө
12 Сентябрь 2023, 17:25

Балаларығыҙ тураһында күберәк белергә теләйһегеҙме?

Бөтә Рәсәй “Әйҙә уйнарға” фестивале сиктәрендә 14 сентябрь 18.30 сәғәттә Аҡмулла университеты нигеҙендә Виктория Шиманскаяның “Хис-тойғола уйын һәм уйында хис-тойғо. Хис интеллектын үҫтереүҙә уйын нисек ярҙам итә” тигән лекцияһы тәҡдим ителә.

Балаларығыҙ тураһында күберәк белергә теләйһегеҙме?Балаларығыҙ тураһында күберәк белергә теләйһегеҙме?
Балаларығыҙ тураһында күберәк белергә теләйһегеҙме?

Бөтә Рәсәй “Әйҙә уйнарға” фестивале сиктәрендә 14 сентябрь 18.30 сәғәттә Аҡмулла университеты нигеҙендә Виктория Шиманскаяның “Хис-тойғола уйын һәм уйында хис-тойғо. Хис интеллектын үҫтереүҙә уйын нисек ярҙам итә” тигән лекцияһы тәҡдим ителә.

Виктория Шиманская – эмоциональ интеллект үҫеше буйынса эксперт, психология фәне докторы, бестселлерҙар авторы, МГИМО, РАНХиГС уҡытыусыһы, эре һанлы белем ресурстарын булдырыусы.

Был - ата-әсәләр өсөн асыҡ лекция – балалар фестивалдең башҡа майҙансыҡтарында мауыҡҡанда, уларға мотлаҡ барып тыңларға кәрәк.

Үҙ балаларығыҙ, уларҙың үҫеше һәм тәрбиәләү алымдары тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, килегеҙ. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә тура трансляция ойошторола, ә инде оффлайн ҡатнашып, спикерға туранан-тура һорау бирә алыу күпкә ҡыҙығыраҡ.

Ҡатнашыу бушлай. Бында теркәлергә: https://forms.gle/ceswbjrNq55HFqUf9

Үткәреү урыны: Октябрь Революцияһы урамы, 3А, 206-сы аудитория.

“Әйҙә уйнарға” фестивале тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бында:  https://айдаиграть.дети/

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас