9 май - Еңеү көнө
12 Сентябрь 2023, 07:45

Өфөлә ҡунаҡта – Абхаз театры

Коллектив Башҡортостанға ике иң яҡшы спектаклен алып килгән.

Өфөлә ҡунаҡта – Абхаз театрыӨфөлә ҡунаҡта – Абхаз театры
Өфөлә ҡунаҡта – Абхаз театры

Өфөгә Самсон Чанба исемендәге Абхазия дәүләт драма театры гастролдәргә килде. Коллектив башҡортостандарға ике иң яҡшы спектаклен тәҡдим итә.

Кисә, 11 сентябрҙә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡунаҡтар тәүге спектаклде күрһәтте лә инде. Славомир Мрожек пьесаһы буйынса ҡуйылған “Йәйәүләп” тигән сәхнә әҫәренең ҡуйыусы режиссеры – Абхазияның халыҡ артисы Валерий Кове. Абхазия театрының генераль директоры Алхас Чолокуа Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында ҡатнашты һәм был спектакль тураһында һөйләп ишеттерҙе.

“Спектаклдең төп темаһы – һуғыш тамамланғандан һуң өйгә ҡайтыу. Юлдар юҡ әле, поездар йөрөмәй, тыуған йортҡа йәйәү атлап ҡайтырға кәрәк. Был  үткәндәр тураһында уйланырға, киләсәккә ҡарата фекер тупларға, юлдаштарың ауыҙынан төрлө тарих ишетергә форсат бирә. Фәлсәфәүи әҫәр”, – тип бәйән итте ул һәм спектаклдең үҙ илдәрендә лә ҙур уңыш менән барғаны, уның төрлө конкурс, фестивалдәрҙә еңеү яулағаны хаҡында телгә алды.

Икенсе әҫәрҙе театр иртәгә, 13 сентябрҙә ҡуя, ул "Сәриә" ("Сариа") тип атала, пьесаның авторы – Зарина Конукова, ҡуйыусы режиссеры – Абхазияның атҡаҙанған артисы Мәҙинә Аргун.

Әйткәндәй, ул 1999 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Был спектакль – Совет Абхазияһының беренсе етәксеһе Нестор Лакобаның ҡатыны Сәриә өлөшөнә төшкән ҡаты һынауҙар тураһында. 

Һүрәттәрҙә: Алхас Чолокуа; Валерий Кове; Мәҙинә Аргун.

Фотолар Абхаз дәүләт драма театрының рәсми сайтынан (apsuateatr.com)

"Йәйәүләп" спектакленән күренеш (sputnik-abkhazia.ru сайтынан).

Өфөлә ҡунаҡта – Абхаз театры
Өфөлә ҡунаҡта – Абхаз театры
Өфөлә ҡунаҡта – Абхаз театры
Өфөлә ҡунаҡта – Абхаз театры
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас