Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
18 Сентябрь , 19:50

Йәш геологтар үҙ проекттарын тәҡдим итә

Башҡортостанда “ГеоВызов” I Халыҡ-ара геология чемпионаты дауам итә. Бөгөн буласаҡ геологтар Шишмә районындағы “Патриот” паркында үҙ проекттарын яҡлау сараһында ҡатнашты.

Йәш геологтар үҙ проекттарын тәҡдим итә
Йәш геологтар үҙ проекттарын тәҡдим итә

Башҡортостанда “ГеоВызов” I Халыҡ-ара геология чемпионаты дауам итә. Бөгөн буласаҡ геологтар Шишмә районындағы “Патриот” паркында үҙ проекттарын яҡлау сараһында ҡатнашты.

Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһынан Көньяҡ Урал дәүләт университетының өсөнсө курс студенты Дарья Никифорованың эше, мәҫәлән, “Мәктәп уҡыусыларын геологияға йәлеп итеү” тип атала. Ул залдағы жюри алдында төрлө йәштәге уҡыусыларҙы ошо фән буйынса түңәрәктәргә йөрөү, яланға һәм тау-таш урындарына экскурсияға алып барыу, бының өсөн ҡыҙыҡһындыра белеү кәрәклеге тураһында һөйләне. “Беҙҙең ҡала эргәһендә Илмән ҡурсаулығы бар, унда балалар бик теләп бара”, – тине ул.

Һамар дәүләт техник университеты студенты Илья Пичкуровтың проекты “Һамар дәүләт техник университетының геологик полигонын һәм ғәмәлдәр базаһын булдырыу зарурлығы” тип исемләнгәйне, йәғни ул һауа торошо һәм йыл миҙгеле уңайлы булмағанда, әлеге мәлдә финанс мөмкинлектәре ваҡытлыса сикләнгән саҡта ла ошо уҡыу йорто эсендә геология буйынса ғәмәли ысулдар менән шөғөлләнеү мөмкинлеген күҙ алдында тота.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас в