Еңеү ирекмәндәре «Еңеү ейәндәре. Ленинград» халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул итә башлай. Еңеүселәр 25-29 ғинуарҙа Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә слётта, Ленинград ҡалаһын фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеүгә арналған иҫтәлекле сараларҙа ҡатнашасаҡ.
Конкурста нисек ҡатнашырға?
- волонтёрыпобеды.рф сайтында теркәлергә кәрәк
- 31 октябргә тиклем «Еңеү ейәндәре. Ленинград» халыҡ-ара конкурсына ғариза бирергә
- Конкурс үткәреү тураһындағы Положениела яҙылған конкурс йөкләмәһен үтәргә
- 5 декабрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһауҙы көтөргә.
ИҪКӘРМӘ: ҡатнашыусыларҙың йәше 18 йәштән өлкән булырға тейеш. Герой-ҡала Ленинград көтә!
#ВолонтёрыПобеды #ВнукиПобеды #БлокадаЛенинграда #НеТолько9мая