9 май - Еңеү көнө
5 Октябрь 2023, 18:20

Башҡортостан - башҡа субъекттарға өлгө

Башҡортостан Төҙөүселәр ассоциацияһының күсмә ултырышы үтте.

Башҡортостан - башҡа субъекттарға өлгөБашҡортостан - башҡа субъекттарға өлгө
Башҡортостан - башҡа субъекттарға өлгө

Радий Хәбиров һәм Никита Стасишин Башҡортостан Төҙөүселәр ассоциацияһының күсмә ултырышын үткәрҙе.

5 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин республика Төҙөүселәр ассоциацияһының күсмә ултырышында ҡатнашты. Ул «Тәбиғәт ҡалаһы» торлаҡ комплексы майҙансығында үтте. 266 гектар майҙанлы был территорияны Dars Development компаниялар төркөмө үҫтерә.

Ассоциация ултырышы алдынан Башҡортостан Башлығы һәм Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары буласаҡ «Тәбиғәт ҡалаһы» торлаҡ комплексы проекты менән танышты. Төҙөүсе хеҙмәте директоры Владислав Куликов һөйләүенсә, 2031 йылға был биләмәлә яҡынса 1 миллион квадрат метр торлаҡ күсемһеҙ милек тапшырырға планлаштыралар. Комплексты 15 минутлыҡ ҡала концепцияһы буйынса төҙөйҙәр, унда төп социаль объекттарҙың йәйәүлеләр өсөн уңайлы булыуы беренсе планда тора.

«Тәбиғәт ҡалаһы» урынлашҡан Өфө Ағиҙел аръяғы территорияһы төбәктең баш ҡалаһын артабан үҫтереү өсөн өҫтөнлөклө булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. «Стимул» федераль программаһында ҡатнашыу арҡаһында бында энергетика объекттары төҙөлдө, һыу менән тәьмин ителә һәм канализация селтәрҙәре үткәрелә. Ағиҙел аръяғында 4,5 мең уҡыусыға иҫәпләнгән өс мәктәп, 1,6 мең урынлыҡ өс балалар баҡсаһы һәм поликлиника барлыҡҡа киләсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Владислав Куликов хәбәр итеүенсә, төҙөүсе Дим һәм Ағиҙел йылғалары аша автомобиль күперҙәрен проектлау буйынса йөкләмәне үҙ өҫтөнә алған. Проект эштәре 2024 йылдың аҙағында тамамлана, шунан һуң ҡоролмалар төҙөлә башлай.

Радий Хәбиров менән Никита Стасишин яңы комплекстағы фатирҙарҙың береһен ҡараны.

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин хәбәр итеүенсә, 2024 йылда Башҡортостан инженер инфраструктураһына «Стимул» программаһы буйынса федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 750 миллион һум аласаҡ. Был - ил төбәктәре араһында иң ҙур аҡса күләме.

– Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө менән бәйле бөтә нәмә сәғәт кеүек эшләй. Команданың һөҙөмтәһе күренә, һәм бының өсөн ҙур рәхмәт. Республика торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә милли өҫтөнлөктәргә өлгәшеүгә ҙур өлөш индерә, – тип белдерҙе Никита Стасишин. - Башҡортостан - был йәһәттән илдә иң яҡшы төбәктәрҙең береһе. Беҙ уны башҡа субъекттарға өлгө итеп ҡуябыҙ.

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/170891.html

Башҡортостан - башҡа субъекттарға өлгө
Башҡортостан - башҡа субъекттарға өлгө
Башҡортостан - башҡа субъекттарға өлгө
Башҡортостан - башҡа субъекттарға өлгө
Башҡортостан - башҡа субъекттарға өлгө
Башҡортостан - башҡа субъекттарға өлгө
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас