Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
10 Октябрь 2023, 21:10

Фургондан тәмле еҫ сыға...

Бөгөн Башҡортостанда мөһим иҡтисади саралар уҙа. Ошо нигеҙҙә төрлө эшлекле һәм файҙалы килешеүҙәр ҙә төҙөлә. Шуларҙың береһе аҙыҡ-түлек һатыуға ҡағыла. Проект әҙер аҙыҡ бешереү, һаҡлау һәм һатыу өсөн мобиль бәләкәй фургондар (арбалар) етештереүгә ҡайтып ҡала.

Фургондан тәмле еҫ сыға...
Фургондан тәмле еҫ сыға...

Бындай төр техника етештереү менән «Мобитрак» яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы шөғөлләнә, компания үҙебеҙҙең илдә эшләй. Артабан «Мобитрак» республикаға 122 миллион һумлыҡ инвестиция индереп, биш йыл дауамында әлеге кесе фургондар сығарырға планлаштыра. Производство ҡеүәтенең тәүге этабында 100 фургон сығарыу ҡаралған.

Ошо проектты хуплап, бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм компания директор Ренат Хәбиров ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Эшлекле осрашыу мәлендә Андрей Назаров килешеүҙең төбәк өсөн әһәмиәтен билдәләп үтте һәм:

– Башҡортостанда әлеге продукция сығарыу буйынса уникаль булышлыҡ итеү программаһы эшләп килә. Уны тормошҡа ашырыу нигеҙендә киләһе өс йыл дауамында ҡаҙнанан йыл һайын 100 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ошо йәһәттән ауыл хужалығы өлкәһенән алып эшкәртеү сәнәғәте, ресторан эшмәкәрлегенә бәйле проекттарға тиклем ярҙам итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе.

Әйткәндәй, «Мобитрак» компанияһы бындай арбаларҙы сауҙа нөктәһе булараҡ ҡына сығармай, продукция шулай уҡ медицина, туризм өлкәләренә лә бәйле. Бынан тыш мобиль офистар, өйҙәр етештерәләр.

Фургондан тәмле еҫ сыға...
Фургондан тәмле еҫ сыға...
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: