Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
24 Октябрь 2023, 23:00

Түбәнге Хәжәт тағы ла йәмләнде!

"Йәшел Башҡортостан" акцияһында бар ауыл халҡы дәррәү ҡатнашты.

Түбәнге Хәжәт тағы ла йәмләнде!
Түбәнге Хәжәт тағы ла йәмләнде!

Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылы халҡы шәп сара ойошторҙо: «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды улар. Был хаҡта "Беҙ бит әле хәжәттәр" төркөмөндә яҙып сыҡҡандар.

Был көндө бар ауыл халҡы дәррәү ағас ултыртырға сыҡҡан, һәр кем эш уртаһында ҡайнаған, хатта оло йәштәгеләр ҙә изге эшкә ҡушылған.

Был сара «Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарылған.

Күмәк көс менән ултыртылған ағастар тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыр, ауылды тағы ла йәшелләндерер, ти хәжәттәр, үҙҙәренең эшенән ҡәнәғәт ҡалып.

Фото: "Беҙ бит әле Хәжәттәр" төркөмөнән.

Түбәнге Хәжәт тағы ла йәмләнде!
Түбәнге Хәжәт тағы ла йәмләнде!
Түбәнге Хәжәт тағы ла йәмләнде!
Түбәнге Хәжәт тағы ла йәмләнде!
Түбәнге Хәжәт тағы ла йәмләнде!
Түбәнге Хәжәт тағы ла йәмләнде!
Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: