Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
26 Октябрь 2023, 21:00

Башҡаса бер  ҡасан да осрашманыҡ...

 103 йәшен билдәләгән инәй нимәләр кисергән? 

Башҡаса бер  ҡасан да осрашманыҡ...
Башҡаса бер  ҡасан да осрашманыҡ...

Белорет ҡалаһында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ольга Плохова ошо көндәрҙә 103 йәшен билдәләне. Уны Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта ҡотланы. Район етәксеһе йөҙйәшәр инәй тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.

Ольга Плохованың ире, туйҙан һуң ике ай үткәс, фронтҡа алынған. Улар башҡаса бер  ҡасан да осрашмаған. Ольга Андреевна 1943 йылда медицина училищеһын тамамлағандан һуң үҙ теләге менән фронтҡа китә. Санитар эшелонда шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткән. 1945 йылда Берлинға тиклем барып еткән, бары 1946 йылда ғына өйөнә ҡайтырға насип итә. Башҡаса тормошҡа сыҡмаған - ғүмере буйына хәбәрһеҙ юғалған ирен көткән. Хаҡлы ялға тиклем ҡалалағы йоғошло сирҙәр дауаханаһында эшләгән. Уның медициналағы дөйөм эш стажы – 40 йыл.

"Йөҙйәшәр инәйгә һаулыҡ, яҡындарының хәстәрлеген һәм иғтибарын тойоп йәшәүен теләйбеҙ! Уны киләһе Еңеү көнө, сираттағы тыуған көнө менән дә ҡотларбыҙ тип өмөтләнәм", - тип яҙған Андрей Иванюта.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: