Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
1 Ноябрь 2023, 09:00

"Атайымдың хәлен белдем. Ошо бәхеттән айырмаһын"

Улы 93 йәшлек атаһы янына Еңеү көнөндә, йәйгеһен бесән мәлендә ҡайтҡайны, әле Атайҙар көнө менән дә ҡотлап китте.

"Атайымдың хәлен белдем. Ошо бәхеттән айырмаһын"
"Атайымдың хәлен белдем. Ошо бәхеттән айырмаһын"

Яҡташыбыҙ, Әбйәлил районының Ишкилде ауылынан Ғәле Хәсәнов 20 йылдан ашыу Татарстанда йәшәй. Ул - табип, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт ҡоролтайы ағзаһы.

Ауылда Ғәле Әхтәр улының 93 йәшлек атаһы көн итә. Улы оло йәштәге атаһы янына яңғыҙы ла, улдары менән дә ҡайтып, хәлен белеп тора. Ә йәйгеһен мотлаҡ бесән эшләшә.

Быйыл 9 майҙа күмәкләшеп Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскә һалһалар, йәй бесәнгә барһалар, әле улы Атайҙар көнөндә ҡайтып, ғәзиз кешеһен ҡотлап киткән.

"Ошондай һәр бер осрашыу миңә көс бирә, атайыма ҡарата хөрмәт һәм һоҡланыу тыуҙыра! Уға 94 йәш туласаҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәтере һәйбәт, уҙғандарҙы, ауыр һуғыш йылдарын яҡшы иҫләй. Бөтә ғаиләләргә лә ныҡлы һаулыҡ, изгелек, иғтибар, мөхәббәт, муллыҡ-бәрәкәт, яҡшы кәйеф теләйем!" - тигән ул.

Оло йәштә балаларҙан ни кәрәк инде, бары иғтибар һәм ҡәҙер. Һәр кемебеҙгә лә изгелекле балалар насип итһен.

Ғәле Хәсәнов алыҫта йәшәһә лә, атай йортона илткән юлға саң ҡундырмай. Уллыҡ бурысын яҡшы үтәй.

Фото: Ғ. Хәсәновтың архивынан.

"Атайымдың хәлен белдем. Ошо бәхеттән айырмаһын"
"Атайымдың хәлен белдем. Ошо бәхеттән айырмаһын"
"Атайымдың хәлен белдем. Ошо бәхеттән айырмаһын"
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: