Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
6 Ноябрь 2023, 09:00

Үҙ эшен яратҡан һәм төйәгенә ғашиҡ кеше ул

Мәктәпте тамамлаған элекке уҡыусылары биология уҡытыусыһының мауыҡтырғыс дәрестәрен әле лә яҡшы хәтерләй.

Үҙ эшен яратҡан һәм төйәгенә ғашиҡ кеше ул
Үҙ эшен яратҡан һәм төйәгенә ғашиҡ кеше ул

Яҡташтары Түбәнге Үтәш ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Фәим Сәғҙәт улы Зариповты тәжрибәле, үҙ эшен яратып башҡарған педагог булараҡ ҡына түгел, ә тыуған төйәгенә ғашиҡ кеше булараҡ та хөрмәт итә. Уның бөтә тормош һәм хеҙмәт юлы ауылдаштарының күҙ алдында. Армия хеҙмәтенән ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетының биология һәм химия факультетын тамамлай. 1990 йылда тыуған мәктәбендә биология һәм химия фәндәрен уҡытырға тотона  һәм башкөллө эшкә сума.  

  Мәктәпте тамамлаған элекке  уҡыусылары уның мауыҡтырғыс дәрестәрен әле лә яҡшы хәтерләй. Биологияның әҙәбиәт,физика, физкультура һәм химия фәндәре менән предмет-ара бәйләнештәрен файҙаланып, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырып, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүе  үҙе маҡтауға лайыҡ. Мәктәп яны участкаһында ла биология белеме менән таныштырыу, ергә һөйөү тәрбиәләү, тәжрибәләр үткәреү  дауам итә.

Фәим Сәғҙәт улының төп ҡаҙанышы  – илдең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләү. Уның уҡыусылар менән тыныс, ышаныслы мөғәмәләһе хеҙмәттәштәрендә  оло хөрмәт тойғоһо уята.

 Фәим Зариповтың башланғысы менән алма баҡсаһына нигеҙ һалына.  Уҡытыусы үҙе  питомникка барып, тейешле сорттарҙы һайлап алып ҡайта. Хәҙер ул яҙ һайын сәскәгә күмелеп, көҙөн тәмле алмалары менән ҡыуандыра. Былтыр шулай уҡ уның башланғысы менән сик һаҡсыларына тантаналы шарттарҙа һәйкәл асыла. Ауыл уҡытыусыһы  тыуған төбәгенең сәскә атыуы, уҡыусыларының киләсәге  өсөн үҙен яуаплы тойоп йәшәй.

Фото: https://dzen.ru/a/ZUCh8lH_m2yP6uGD?share_to=link

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: