Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
9 Ноябрь 2023, 15:00

Салауат районында яңы һыу аҫты мәмерйәһе табылған

Юғалған һаҙандар шул мәмерйәне үҙ иткән

Салауат районында яңы һыу аҫты мәмерйәһе табылған
Салауат районында яңы һыу аҫты мәмерйәһе табылған

Данлы Ҡорғаҙаҡ шишмәһенең һыу аҫты мәмерйәһе менән тоташыуы асыҡланған. “Янғантау” шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре шишмәгә бер нисә тапҡыр декоратив һаҙан балыҡтары ебәреп ҡарай, әммә улар гел юҡҡа сығып торған икән. Башта уны ҡырағай йәнлектәр аулай тигән фараз була. Белгестәр унда фототоҙаҡ та ҡуйып ҡарай, тик объективҡа бер кем дә эләкмәй.

Һуңынан шифахана хеҙмәткәрҙәре Рус георграфия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенә мөрәжәғәт итә. Шишмәне өйрәнгән дайверҙар уның мәмерйә менән тоташыуын асыҡлаған. Юғалған һаҙандар ҙа шунда күренгән.

Рөстәм Сиражетдинов, Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса ағзаһы, журналист:

  • “Янғантау” геопаркы билдәле Ҡорғаҙаҡ сығанағын дайверҙар менән тикшереүҙе һорағас, ихлас риза булдыҡ, сөнки был беҙгә ҡыҙыҡ ине. Ҡорғаҙаҡ күленең бер өлөшөндә йәшерен мәмерйәгә ауыҙ бар. Белгестәр әлегә унда үтеп инә алмай, әммә әле үк уның оҙонлоғо 10 - 15 метр икәнлеген әйтеп була. Беҙҙең мәғлүмәтте күреп, водолаз, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы ҡотҡарыусыһы Александр Хижняк мәмерйәне тикшереп ҡарарға теләк белдерҙе. Уның кәрәкле йыһаздары булғас, Ҡорғаҙаҡҡа йәнә барҙыҡ. Һөҙөмтәлә, Александр мәмерйәне тапты. Ул ҙур түгел. Ҡар һыуҙары менән йыуылыу арҡаһында барлыҡҡа килгән. Карст мәмерйәһе түгел һәм уның артабан һуҙылыуына өмөт юҡ. Ә теге һаҙандар тап шул мәмерйәне үҙ иткән һәм бик бәхетле йәшәп яталар!

 

Фотолар Рөстәм Сиражетдиновтың видеоһынан алынды.

Салауат районында яңы һыу аҫты мәмерйәһе табылған
Салауат районында яңы һыу аҫты мәмерйәһе табылған
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: