Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
18 Ноябрь 2023, 12:00

Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсәйҙәр көнөнә арналған “Донъя йәмле әсәйҙәр менән!” исемле конкурста ҡатнашҡан гүзәл заттар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Уларҙың береһе Роза Муса ҡыҙы Маликова Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәй. 

Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре
Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә Халыҡ-ара әсәйҙәр көнөнә арналған һәм “Донъя йәмле әсәйҙәр менән!” тип исемләнгән конкурста ҡатнашҡан гүзәл заттар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Уларҙың береһе Роза Муса ҡыҙы Маликова Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәй. Ире Муса Мөҙәрис улы менән ете бала тәрбиәләйҙәр. Ғаилә ҡороуҙарына өс тиҫтәнән ашыу йыл үткән инде.

 – Диана менән Дилара исемле игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙҙы ике йәштәренән тәрбиәгә алғайныҡ. Динис исемле улыбыҙҙы 10 йәшендә ғаиләбеҙгә тәрбиәгә алып ҡайттыҡ, - ти күп балалы әсәй.

Шулай итеп, бәләкәстәргә әсәй наҙы, атай иғтибары, ғаилә мөхитен бүләк иткән Роза менән Муса Маликовтар. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән балаларға?! Хәҙер инде улар бер-бер артлы буй еткерә, белем ала, хеҙмәт юлын башлай. Әммә күңелдәрендә үҙҙәренә ғаилә йылыһын бүләк иткәндәргә ҡарата йылы хистәр онотолмаҫ, моғайын...

Ишле ғаиләләрҙең бәхете лә ишле, төрлө мәшәҡәттәре лә байтаҡ. Әммә Роза менән Муса Маликовтар ғаиләһе барыһын да берҙәмлек, тырышлыҡ менән еңеп сығырға тырыша. Өҫтәүенә, ғаилә өсөн хеҙмәт һөйөү, бер-береңә терәк булыу кеүек һыҙаттар хас.

Әле Роза менән Муса Маликовтарҙың өлкән улдары Марат, Илфат атайҙары менән бергә Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Айһылыу медицинаны үҙ иткән һәм  Өфөлә ошо тармаҡта хеҙмәт итә. Дилара ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштергән һәм эшенән йәм табып йәшәй. Диана Белорет медицина колледжында һуңғы курста белем ала. Динис - Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы студенты. Айбулат – V класс уҡыусыһы. Шулай итеп, ата-әсә балаларын белемле итергә ынтыла, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыша.

Күптән түгел  Роза менән Муса Маликовтар ғаиләһендә бик матур ваҡыиға теркәлде. Ишле ғаиләне “Ата-әсәлек даны” ордены менән наградланылар. Ошондай Указға быйыл июлдә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Ә 2015 йылда Роза Муса ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының ҙур наградаһына – “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған.

Роза һәм Муса Маликовтарҙы һәм уларҙың ишле ғаиләһен был юғары награда менән ҡотлайбыҙ. Яратып баҡҡан балалары матур тормошо, уңыш-ҡаҙаныштары менән  ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ. Ғаиләгеҙгә именлек, үҙегеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет насип булһын.

Гәзитебеҙ төркөмөндә барған конкурста ихлас ҡатнашҡан әсәй Роза Маликова өсөн тауыш бирәйек, дуҫтар, йылы һүҙҙәрҙән торған комментарийҙарыбыҙҙы йәлләмәйек, лайк ҡуяйыҡ.

Фотолар Роза Маликованың ғаилә архивынан.

Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре
Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре
Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре
Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре
Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре
Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре
Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре
Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре
Ете балалары – ете шатлыҡ-һөйөнөстәре
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: