Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Ноябрь 2023, 11:00

Фронт хаттары һаҡланманымы?

Башҡортостандың Милли архивы һәм архив эштәре буйынса идаралыҡ өсмөйөш хаттарҙы тарихҡа индерергә теләй.

Фронт хаттары һаҡланманымы?
Фронт хаттары һаҡланманымы?

Бының өсөн архив хеҙмәткәрҙәре «Һуғыш Геройҙары тураһында һөйләйек!» акцияһын иғлан итә.

Башҡортостандың Милли архивы халыҡтан фронт хаттары менән уртаҡлашыуҙарын һорай. Йыйылған ҡомартҡылар – хаттар, көндәлектәр, иҫтәлектәр 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 80 йыл тулыу айҡанлы йыйынтыҡ булып донъя күрәсәк.

Ҡомартҡыларҙың төп нөсхәләрен Башҡортостандың Милли архивына тапшырырға теләһәгеҙ, түбәндәге адрес буйынса беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ: Өфө, К. Маркс урамы, 4. Һорауҙар өсөн телефон номерҙары: 272–89–84, 272–16–65. Электрон форматта тапшырыу өсөн: [email protected].

 

Фото: Башҡортостандың Милли архивынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: