Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
27 Ноябрь 2023, 10:30

Дарыуҙар алыу еңелләште

Фельдшер Лиза Фәйзуллина “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исемен йөрөтә.

Дарыуҙар алыу еңелләште
Дарыуҙар алыу еңелләште

Ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарында хәҙер дарыуҙар һатып алыу еңелләште.  Район үҙәгенә барып йөрөмәйенсә  урында уҡ тейешле медикаменттарҙы алыу мөмкинлеге бар. Благовар районының Иҫке Абзан ауылы халҡы ла был хеҙмәттән файҙалана. Бында фельдшер-акушерлыҡ пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, 2020 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылды.

Медицина кабинеты тейешле заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Телемедицина ярҙамы аша тар белгестәрҙән консультация алырға мөмкин. Фельдшер Лиза Фәйзуллина “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исемен йөрөтә. Сифатлы медицина ярҙамынан Иҫке Абзан һәм күрше Яңы Абзан, Супан ауылдары кешеләре файҙалана.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: