Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
2 Декабрь 2023, 17:40

Юристар ҙа табиптар һымаҡ…

Бөгөн Өфөлә IX Бөтә Рәсәй юристары форумы сиктәрендә “Йыл юрисы-2023” конкурсын йомғаҡланылар. Бындай сара Башҡортостанда ун өсөнсө тапҡыр үтте һәм әйтергә кәрәк, иң яҡшы юристарҙы билдәләү идеяһы ла нәҡ беҙҙең республикала Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе тарафынан күтәрелгәйне.

Юристар ҙа табиптар һымаҡ…
Юристар ҙа табиптар һымаҡ…

Награда хоҡуҡи дәүләт төҙөү, закон үтәлеше, кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, юридик фән үҫешен үҫтереү йәһәтенән яҡшыларҙы билдәләү йәһәтенән тапшырыла килә. Был мәртәбәле сараның быйылғы тантанаһында Рәсәй юристары ассоциацияһы Рәйесе, РФ Дәүләт Думаһының комитет рәйесе  Павел Крашенинников та килде. Ул үҙ сиратында наградалар тапшырып үтте. Шулай уҡ бүләкләнеүселәр һәм ҡунаҡтар алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, ошо награданы булдырыу башында торған шәхестәрҙең береһе Андрей Назаров та сығыш яһаны.

- Һеҙҙе етеп килгән юристар көнө менән ҡотлайым. Беҙ бынан ун өс йыл элек һалған традициялар әле лә уңышлы дауам итеүенә шатмын. Ассоциацияла быуындар алмашынып тора, ә яҡшы традиция дауам итә. Ваҡытында был тарихты Ассоциацияның тәүге рәйесе Радий Фәрит улы Хәбиров башлағайны. Аҙаҡ тағы хөрмәтле шәхестәр булды, улар эште дауам итте. Бына хәҙер Ирина Александровна Панькина, Ассоциацияның урындағы бүлексәһе рәйесе булараҡ юрист һөнәрен популярлаштырыуҙы дауам итә, - тип белдерҙе ул.

- Юристар ҙа, табиптар һымаҡ, кешеләргә ярҙам итәләр, уларҙы ауыр мәлендә проблемаларынан арындыралар, тик беҙ хоуҡ буйынса ярҙам итәбеҙ, хәйер, йыш ҡына психолог та булырға тура килә, - тип һөйләп китте үҙ ҡотлауында Рәсәй юристары ассоциацияһы идаралығы рәйесе Владимир Груздев.

Ирина Панькина иһә Башҡортостан етәкселегенә ярҙам һәм ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт белдереп, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан төбәк ойошмаһының башҡарған эшенә йомғаҡ яһап үтте.

– Быйыл беҙ Башҡортостанда 8 мең кешегә ярҙам күрһәтә алдыҡ. Был былтырғыға ҡарағанда, ике мең кешегә, ә 2021 йыл менән сағыштырғанда, 5 меңгә күберәк тигән һүҙ. Был, әйтергә кәрәк, ҡоро һандар түгел, был мөрәжәғәттәр, кешеләр яҙмышы. Ошондай ҙур эш башҡарып сыҡҡандары өсөн Башҡортостан юристарына рәхмәт белдерәм, - тине ҡунаҡ.

Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк, Рәсәй юристары ассоциацияһы һәм уның урындағы вәкиллеге махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ла шул иҫәптән бушлай юридик ярҙам күрһәтә. Яугирҙәребеҙҙең хоҡуҡтары яҡлана.

Юристар ҙа табиптар һымаҡ…
Юристар ҙа табиптар һымаҡ…
Юристар ҙа табиптар һымаҡ…
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: