Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
30 Декабрь 2023, 17:00

Юра хәҙер урам һепермәй!

Бар илгә билдәле булған урам һепереүсе Юрийҙың эштәре көйләнгән.

Юра хәҙер урам һепермәй!
Юра хәҙер урам һепермәй!

Урам һепереүсе Юраның бәхетһеҙ тормошо тураһында билдәле булып, танышы фотосессия ойошторғас, күптәр уға ярҙам ҡулы һуҙырға ашыҡты. Ул бер журналдың тышында сыҡты, уның тураһында кино төшөрөлдө, шунан инде туғандары ла табылды. Шулай Юрий бөтә илдә таныулы тәүге урам һепереүсе булды.

Хәҙер ул һөнәрен алмаштырған – “Артерия” фудкортында бариста булып эшләй. Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр кисергән Юра өсөн беҙ ҙә бик шат, артабан да уға тик уңыштар йылмайһын.

Фото: “Моя Уфа”.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: