Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
2 Февраль , 21:00

"Фри" картуфын үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ!

Балаларҙың яратҡан тәмлекәстәренең береһе "Фри" картуфын һаулыҡҡа зыян килтермәй торған итеп үҙегеҙ ҙә бешерә алаһығыҙ.

"Фри" картуфын үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ!
"Фри" картуфын үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ!

Бының өсөн 5-7 картуф, ике йомортҡа ағы, тәменә ҡарап тоҙ, татлы паприка, ҡара борос кәрәк.

Картуфты йыуып, 1 см ҡалынлығындағы таяҡсалар кеүек турайбыҙ. Йомортҡа ағын күбекләнгәнсе туҡыйбыҙ. Тоҙ, паприка, ҡара боросто һалып яҡшылап болғатабыҙ. Картуфты тәрән һауытҡа һалып, тоҙло-боросло йомортҡа ағын ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ.

Духовканы 200-220 градусҡа тиклем эҫетәбеҙ. Противендең эсенә пергамент ҡағыҙ түшәйбеҙ. Картуфты теҙеп һалып сығабыҙ. 7-10 минуттан аҫтындағы ҡағыҙҙы алып, алтын төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ.

Килеп сыҡҡан тәмле һәм сифатлы "фри"ны йәнегеҙ теләгән соустар менән ашарға мөмкин. 

Фото: nur.kz

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: