Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
12 Февраль , 19:00

Машина һатып алам тип...

 Ҙур суммалағы аҡсаһынан яҙған

Машина һатып алам тип...
Машина һатып алам тип...

Башҡортостанда йәшәүсе автомобиль һатып алғанда 2,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 35 йәшлек ир сайттарҙың береһендә яҡшы хаҡҡа автомобиль һатып алған. Һатыусы компания менеджерының номерын бирә, уның менән ир килешеү төҙөй. Ир һатып алыу, шулай уҡ таможня хеҙмәттәре өсөн тулыһынса түләй, сөнки автомобиль, йәнәһе, Германияла булған. Аҡса күсергәндән һуң һатып алыусылар килешеүҙә күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙе тикшерергә ҡарар итә, улар буйынса бындай һатыусы фирманың юҡлығы асыҡлана.

"Мутлашыу" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: