Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
14 Март , 14:30

Көс дөрөҫлөктә!

Шулай уҡ Оборона министрлығының ижади коллективтары һәм Башҡортостан артистары концерты үтәсәк. Бынан тыш, килгәндәр һалдат бутҡаһын ашап ҡарай аласаҡ.

Көс дөрөҫлөктә!
Көс дөрөҫлөктә!

17 мартта Өфө ҡалаһының тимер юл станцияһына “Көс дөрөҫлөктә!” агитация-пропаганда акцияһы сиктәрендә тематик поезд киләсәк. Уны Рәсәй Оборона министрлығы үткәрә. Поезд урындағы ваҡыт буйынса сәғәт 10-дан 15 сәғәткә тиклем торасаҡ. Уның экспозицияһын теләгән һәр кем ҡарай ала.

Күсмә күргәҙмә составында туғыҙ тематик вагон. Улар Рәсәй яугирҙәренең ҡаһарманлығына һәм геройлығына, заман ҡоралдарына, юнармия хәрәкәтен үҫтереүгә арналған. “Был көндәрҙең даны тынмай” вагоны 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ҡорал өлгөләре һәм хәрби техника макеттарын күрһәтә. “Альянс обетований” тематик вагоны махсус хәрби операцияға арналған.

Дүрт асыҡ платформала Рәсәй Ҡораллы Көстәренең өр-яңы техникаһы һәм ҡоралдары өлгөләре тәҡдим ителә.

Шулай уҡ Оборона министрлығының ижади коллективтары һәм Башҡортостан артистары концерты үтәсәк. Бынан тыш, тимер юл вокзалы перронына килгәндәр һалдат бутҡаһын ашап ҡарай аласаҡ.

Акцияның маҡсаты – йәмғиәттә социаль-сәйәси тотороҡлолоҡто хуплау, тарихты боҙорға тырышыусыларға ҡаршы тороу, армия һәм флоттың уңыштарын һәм ҡаҙаныштарын күрһәтеү.

Сара сиктәрендә “Контракт буйынса хәрби хеҙмәт – көслөләр һайлауы” акцияһы үтә, унда теләгән бер кеше тимер юл вокзалында булдырылған контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыу пунктында була, вазифалар, ғәскәрҙәр төрө менән таныша ала.

Хәрби-патриотик акцияға старт 23 февралдә Мәскәүҙең Киев вокзалында бирелде. Махсус поезд Рәсәйҙең 67 ҡалаһында туҡтаясаҡ. Акция Еңеү көнө алдынан Мәскәүҙең Беларусь вокзалында тамамланасаҡ.

Фото: transport.bashkortostan.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: