Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
18 Март , 21:15

Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ

Был ваҡиғаларҙы юҡҡа ғына “Ҡырым яҙы” тип атамайҙар

Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ

18 мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына 10 йыл тулыуға арналған “Ҡырым яҙы” байрам концертында ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм ошо көндә 2014 йылды Ҡырымда һәм Севастополдә бөтә халыҡ референдумы үткәрелгәндән һуң Рәсәйгә уның тарихи биләмәләре рәсми рәүештә кире ҡайтарылыуын билдәләне.

– 10 йыл элек булған ваҡиғаларҙы бик яҡшы хәтерләйем, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был ваҡиғаларҙы юҡҡа ғына “Ҡырым яҙы” тип атамайҙар. Мәсьәлә март айында нимә булыуында түгел, ә был ваҡытта рәсәйҙәр һәм ҡырымлылар күңелендә ысын яҙ булыуында. Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ. Көрәш менән йонсоған Ҡырым халҡы, Севастополь халҡы, Илебеҙ Президенты әйтеүенсә, “тыуған гавангә” ҡайтырға ҡарар итә.

Башҡортостан Башлығы һуңғы йылдарҙа, шул иҫәптән төҙөлөш һәм туризм өлкәләрендә Ҡырымдың йылдам үҫешен билдәләне.

– Ҡырымға командировка ваҡытында төбәктең нисек үҫешеүен күрҙем. Бында яңы объекттар төҙөлә. Мәҫәлән, Ҡырым күпере – уникаль объект, инженер фекеренең шедевры, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Туристар үҙҙәренең ялы өсөн Ҡырымды теләп һайлай.

Үҙ сығышында төбәк етәксеһе Рәсәй армияһына һәм илдең именлеген батырҙарса яҡлаған башҡорт ирекмәндәр батальондарына рәхмәт белдерҙе.

– Махсус хәрби операция бара. Ҡырымлылар географик урындарында, әлбиттә, ауыр хәлдә ҡала. Беҙ барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙең ышаныслы терәк булып, һуғышҡан һәм Ватаныбыҙҙы яҡлаған яугирҙәргә ярҙам итәбеҙ. Асылда, цивилизация һуғышы бара, унда беҙ еңергә тейешбеҙ – ул рус, Рәсәй цивилизацияһы, башҡорт цивилизацияһы киләсәге мәсьәләһе, – тине Радий Хәбиров

Радий Хәбиров дәүләт башлығы Владимир Путиндың курсын бер һүҙһеҙ хуплауын белдерҙе.

– Өс көн дауамында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау барҙы. Һәм беҙ бөтә илдең Владимир Владимирович Путин өсөн бер төптән тауыш биреүен күрҙек. Кешеләр ғәмәлдәге Президентты хупланы һәм уға киләсәк йылдарға ышанысын белдерҙе, ошо ваҡыт эсендә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт һәм ихтирам һүҙҙәрен еткерҙе. Бындай берҙәмлекте күптән осратҡаныбыҙ юҡ ине. Ул хәҙер илебеҙгә бик кәрәк. Башҡортостан Президент өсөн биргән 90,9 процент тауыш республиканың тупланыуы хаҡында һөйләй. Был беҙгә көс бирә, беҙҙе ысынлап та көслөрәк итә. Шуға күрә бөгөн беҙ ғорурланып: “Башҡортостан Рәсәй менән! Башҡортостан Путин менән!” тип әйтә алабыҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Шулай уҡ Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенә рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru

Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: