Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
22 Март , 20:00

Алаҡай ҡатын-ҡыҙҙары петунияны ғинуарҙа уҡ сәскән

Сәскә үҫентеһе һатып, клубҡа ярҙам итәләр.

Алаҡай ҡатын-ҡыҙҙары петунияны ғинуарҙа уҡ сәскән
Алаҡай ҡатын-ҡыҙҙары петунияны ғинуарҙа уҡ сәскән

Ишембай районының Алаҡай ауылында йәшәүсе гүзәл заттар, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә маскировка селтәрҙәре үреү менән бер рәттән, сәскә үҫентеләре үҫтереү менән дә шөғөлләнә.

Быйыл петуния орлоғон ғинуар айында уҡ сәсһәләр, ошо көндәрҙә берәмләп айырып һауыттарға ике мең төпкә яҡын сәскә үҫентеһен ултыртҡандар.

Үҫентеләрҙең байтаҡ өлөшө клуб, балалар майҙансығы биләмәһен матурлауға китә. Шулай уҡ клубҡа, ауылға кәрәк-яраҡ алыу өсөн дә файҙаланалар. Тәүге йылда үҫенте һатҡан аҡсаға камзулдар алғандар, былтыр проектор һәм экранлы булғандар.

Клубтың тәҙрә төптәрендә урын алған сәскәләрҙе бергәләп тәрбиәләйҙәр. Быйыл петуниялар айырыуса матур итеп үҫеп килә, ҡояш йылыһы ла, яҡтылыҡ та етерлек, тип һөйөнәләр.

Шулай уҡ һуңыраҡ сәселә торған башҡа төрлө сәскәләрҙе лә үҫтерәләр. Ошо рәүешле ауылдарына бергәләп ярҙам итәләр.

Фото: “Алаҡай” территориаль йәмәғәт үҙидараһы.

Алаҡай ҡатын-ҡыҙҙары петунияны ғинуарҙа уҡ сәскән
Алаҡай ҡатын-ҡыҙҙары петунияны ғинуарҙа уҡ сәскән
Алаҡай ҡатын-ҡыҙҙары петунияны ғинуарҙа уҡ сәскән
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: