Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
13 Апрель , 09:30

Салауатта ҙур күргәҙмә асылды

Картиналар Палестинаға арналған.

Салауатта ҙур күргәҙмә асылды
Салауатта ҙур күргәҙмә асылды

 

“Палестина Рәсәй һәм донъя рәссамдары күҙлегенән” халыҡ-ара художество күргәҙмәһе Салауат картиналар галереяһында эш башланы. Ул “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ойошторола, тип хәбәр итә ҡала округы хакимиәте.

Палестинаға арналған беренсе күргәҙмә 2021 йылдың 15 майында Чебоксар ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йортонда асылды. Һуңынан проект бер нисә тиҫтә Рәсәй һәм туғыҙ сит ил ҡалаларында үтте. Әле күргәҙмә Рәсәй буйлап сәйәхәтен дауам итә. Салауат Өфөнән экспозицияны ҡабул иткән 102-се майҙансыҡ булды. Күргәҙмәлә төрлө төбәктәрҙә һәм ҡалаларҙа йәшәгән Палестина, Ғәрәп һәм Рәсәй рәссамдарының 50-нән ашыу эше күрһәтелгән. Улар үҙҙәренең картиналарында уникаль мосолман һәм христиан изге урындарын һүрәтләй.

Һәр һыҙат һәм деталь Палестина еренең атмосфераһын сағыу итеп сағылдыра, кешене илдең күп быуатлыҡ мәҙәниәте, тарихы менән таныштыра.

Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

Фото: На земле Салавата.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: