Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
19 Апрель , 11:00

Ветеран 97 йәшен билдәләне

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғаян Сәлихов бөгөн дә әүҙем тормош алып бара: скандинав таяҡтары менән йәйәү йөрөй, ҡыҙы Иринаға баҡса эштәрендә ярҙамлаша, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, сканворд-кроссвордтар сисергә ярата. 

Ветеран 97 йәшен билдәләне
Ветеран 97 йәшен билдәләне

Ғаян Сәлихов – бөгөн Өфө ҡалаһының Ленин районында йәшәгән берҙән-бер  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Төп йәшәү урыны баш ҡалала булһа ла, башлыса ҡыҙы Ирина янында – Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылында тора, сөнки оло кешегә даими иғтибар, хәстәр кәрәк. Ошо көндәрҙә ветеран 97 йәшен тултырҙы.

Ғаян Әхиәр улы 1927 йылдың 15 апрелендә Бөрө районының Аҡҡайын ауылында тыуған. Урындағы мәктәптә ете класты тамамлай. 1944 йылда 17 йәшлек үҫмерҙе хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Ул саҡтағы махсус бойороҡҡа ярашлы, ете класс белемгә эйә үҫмерҙәрҙе 17 йәштән саҡырыу мөмкин була. Әҙерлек үткәндән һуң уларҙы Алыҫ Көнсығыш фронтының Приморье хәрби округына оҙаталар. Йәш яугир Маньчжурияны азат итеүҙә ҡатнаша. Хәрби бәрелештәр мәлендә снаряд ярсығы тейеп, аяғы яралана һәм Уссурийск ҡалаһында дауаланғандан һуң хеҙмәтен артабан дауам итә.

Һуғыштан һуң Ғаян Сәлиховты Чукоткаға – илебеҙҙең көнсығыш сиктәрен һаҡларға оҙаталар. Бында ете йыл хеҙмәт итеп, 1952 йылда ғына тыуған яғына ҡайтып төшә. Ветерандың күкрәген “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, Жуков, “Лениндың тыуыуына – 100 йыл”, Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордены биҙәй.

Тыуған Бөрөһөнә ҡайтҡас, Ғаян Әхиәр улы училищела уҡып, һөнәр ала, ғаилә ҡора. Уны йүнәлтмә буйынса Салауат районының Арҡауыл ауылына эшкә ебәрәләр. Бында тормош юлдашы Фәғиҙә Вәлинур ҡыҙы менән 15 йыл йәшәп, өс балаға атай-әсәй булалар. Ғаян Әхиәр улы урындағы май заводында мастер-технолог булып эшләй. Ҡыҙҙары Ирина, Гөлсинә һәм улдары Салауат бер аҙ үҫеүгә Сәлиховтар Өфө ҡалаһына күсә. Ветеран ҡайҙа ғына эшләмәһен, үҙ бурысына намыҫлы ҡарауы, ғәҙеллеге менән хөрмәт ҡаҙана. Уның хеҙмәт стажы – 50 йылдан ашыу.

Үкенескә ҡаршы, Ғаян олатайға яҙмыштың байтаҡ һынауҙарын үтергә тура килә. Тормош юлдашы 46 ғына йәшендә ҡапыл вафат булып ҡалғас, атай кеше балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра, уларҙы ысын кеше итеп үҫтереүгә бөтә көсөн һала. 

– Атайыбыҙ беҙгә матур тәрбиә бирҙе, барыбыҙға ла юғары белем алырға ярҙам итте. Тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, намыҫлы йәшәргә өйрәтте. Беҙҙе үҫтергән саҡта бер аҙ ҡәтғи лә, әммә һәр ваҡыт ғәҙел булды, – ти ҡыҙы Ирина апай.

Ветеран бөгөн дә тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Ишетеү һәләте насарайыу сәбәпле, телевизор ҡарамай, әммә гәзит-журналдар, әҙәби китаптар уҡый, сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, кроссворд-сканворд сисергә ярата. Ҡышҡыһын ҡыҙы Ирина менән, скандинав таяҡтары тотоп, йәйәү йөрөргә сығалар, яҙ етеү менән баҡса мәшәҡәттәренә тотоналар. “Ихаталағы күп эштәрҙә атайым – иң ҙур ярҙамсым”, – ти хужабикә. Ә ветеран үҙе: “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип ҡабатларға ярата, оҙон ғүмерле булыуының серен дә спорт яратыуы, сәләмәт тормош алып барыуы менән аңлата.

Ғаян Әхиәр улы йәш быуынды тәрбиәләү эшенә лә ҙур өлөш индерә – балалар, йәштәр менән даими осраша. Урындағы мәктәп уҡыусылары йорт-ихата тирәһендә ярҙамлашып, байрамдарҙа ҡотлай. Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһе, Өфө ҡалаһы хакимиәттәре лә ветеран тураһында даими хәстәрлек, иғтибар һәм хөрмәт өлгөһө күрһәтә. Яугир үҙе лә, балалары ла етәкселәргә ҙур рәхмәтле булыуын белдерҙе.

– Былтыр ҡайным парадта ҡатнаша алманы, шуға күрә ихата алдында уның өсөн кескәй байрам ойошторҙолар, филармония артистары концерт менән сығыш яһаны. Быйыл, Алла бойорһа, байрам сараларында, парадта шәхсән ҡатнашырға уйлап тора, – ти кейәүе – билдәле шағир һәм композитор Рәмил Сурағол.  

Ветеран яҡындарының оло һөйөү-хөрмәтен тойоп йәшәй. Уның алты ейән-ейәнсәре, ун бүлә-бүләсәре бар. Уларҙың барыһы өсөн дә Ғаян Әхиәр улы – Тыуған илен яҡлаған ысын батыр һәм ғорурлыҡ өлгөһө. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, именлек теләйбеҙ.

Фотолар һәм видео: ғаилә альбомынан.

 

 

Ветеран 97 йәшен билдәләне
Ветеран 97 йәшен билдәләне
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: