9 май - Еңеү көнө
20 Апрель 2024, 17:10

19 йәшлек ҡыҙ 300-ҙән ашыу һалдатты ҡотҡара

Башҡортостанда Зентаның батырлығын экранлаштыралар.

Рәсәй блогерҙары 9 Майға арнап фильм төшөрә. “Онотолғандар” фильмында биш герой хаҡында һөйләнәсәк. Фильмды төшөрөү бер юлы илдең ун ҡалаһында бара.

Төп урындарҙың береһе – Бөрөләге уҡсылар ҡәлғәһе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 19 йәшлек ҡаҡса ғына ҡыҙ үҙенең иңендә 300-ҙән ашыу яралы һалдатты  ташый.

Фильм төшөрөүҙә Инсайт Люди резиденттары ҡатнаша. Зентаны Донбасс Республикаһынан Екатерина Смирнова уйнай. 2014 йылда уның тыуған төйәгендә ҡурҡыныс ваҡиғалар булған ваҡытта ул мәктәптә уҡып йөрөй. Ҡыҙ һуғыштың михнәттәрен үҙендә татый. Шуға ла  “уйнарға тура килмәне” ти ҡыҙ. Был премьераны түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Сығанаҡ: Ильяс Батыргәрәев мәғлүмәттәре буйынса.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас