9 май - Еңеү көнө
30 Апрель 2024, 16:00

Гәзитте әле лә күҙлекһеҙ уҡый

 Ә бит ул май аҙағында 99 йәшен ҡаршылай. Ветерандың үҙен күреп һөйләшергә тип был районға килдек. 

Гәзитте әле лә күҙлекһеҙ уҡыйГәзитте әле лә күҙлекһеҙ уҡый
Гәзитте әле лә күҙлекһеҙ уҡый

Ваҡыт үткән һайын  арабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙәр һаны кәмей бара, уларҙың сафы һирәгәйгәндән-һирәгәйә.

Бүздәк районынан фронҡа  8756  кеше оҙатылһа, уларҙың  3641-е яу яландарында һәләк була. Бүздәк ере дүрт Советтар Союзы Геройы биргән. Улар: Әнүәр Фәтҡуллин, Муллаян Сыртланов, Ғүмәр Миннебаев һәм Фәйзулла Ғәбдрәшитов. Бынан тыш ике Дан орденынының тулы кавалерҙары менән дә ғорурлана бүздәктәр.

Утлы һуғыш юлдарын үтеп, тыуған яҡтарына ҡайтыу насип булғандарҙың да бөгөн берәүһе генә иҫән.

9 Май байрамы алдынан еңеү һалдатын күреү маҡсатында Бүздәк районына юлландыҡ. Май аҙағында 99 йәшен ҡаршылай район үҙәгендә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Разетдин Ғилметдин улы Шәйбәков.

Йәш кенә килеш һуғыш михнәттәрен татыған яугир, байтаҡ йылдар ситтә йәшәй. Хәҙер тыуған яғына ҡайтып төпләнеүенә лә 20 йыллап ваҡыт үткән. Һуғыш хәтирәләре йылдан-йыл тарих төпкөлөндә ҡала барһа ла, уның күкрәген биҙәгән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Германияны еңгән өсөн” миҙалы Бүздәк яугиренең батырлығы тураһында иҫкә төшөрөп тора.

Тарихи ваҡиғаларҙы ла ул эҙмә-эҙлекле итеп һөйләп алып китте.

- Германия Советтар Союзына һөжүм иткәс, халҡыбыҙ дәррәү үҙенең тыуған илен һаҡларға баҫты. Дүрт йыл эсендә бик күп ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар аша үттек. Берҙәм көс менән 1945 йылда еңеү яуланыҡ, – тине ул.

Ветеран иғтибарҙан өҙөлмәй. Яҡын туғандары Әлфирә менән Ринат Мансаповтар ҡарамағында ул. Эргәлә генә йәшәгәс, көнөнә әллә нисә тапҡыр килеп тәрбиәләп торалар. Ашатып, йыуындырып, матурлап ҡарағас, яугир ҙә бирешмәй. Һаулығына ла шөкөр итерлек. Был йәһәттән табиптар ҙа өйөнә килеп, сәләмәтлеген тикшереп тора, район хакимиәте лә иғтибарҙан өҙмәй. Хөкүмәт ярҙамы менән ветерандың торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителгән.

- Һаулығы зарланырлыҡ түгел. Гәзитте күҙлек кеймәй уҡый. Барлыҡ яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына. Телевизорҙан махсус хәрби операция тураһында ла белеп бара. Яугирҙәргә ярҙамға тип, пенсияһынан аҡса ла бирҙе. Көндәлек тормошта ла беҙгә кәңәштәрен әйтергә онотмай. “Ҡасан бәрәңге ултыртаһығыҙ?”, “Һуған сәсергә лә ваҡыт етте” тип иҫкәртә. Тәртипле, аҡыллы, грамоталы һәм ғәҙел ағайыбыҙҙы хөрмәт итәбеҙ, 100 йәшлек юбилейын да ҡаршы алырға яҙһын уға, – тип һөйләнеләр хәҙер инде үҙҙәре лә арыу йәшкә еткән Әлфирә апай менән Ринат ағай.

Бүздәктәге иҫән ҡалған берҙән-бер һуғыш яугире тураһында йәш быуын да онотмай. 9 Май алдынан йорт алдында шиғырҙар һөйләп, йырҙар йырлап ветеранды байрам менән тәбрикләйҙәр, күңелен күрәләр.

Донъяға йәнә Еңеү яҙы аяҡ баҫа. Донъяға тыныслыҡ, именлек алып килһен ошо күркәм миҙгел.

 Автор фотоһы.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас