9 май - Еңеү көнө
7 Май 2024, 09:00

Ветеранға 99 йәш тулды

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәриф Ғәзи улы Мөсәғитовты ҡотлайбыҙ, һаулыҡ теләйбеҙ! 

Ветеранға 99 йәш тулдыВетеранға 99 йәш тулды
Ветеранға 99 йәш тулды

Шәриф Ғәзи улы Мөсәғитов – Ауырғазы районының почетлы гражданы, тыуған төйәгенең даны һәм ғорурлығы. Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов социаль селтәрҙәге яҙмаһында ветеранға күңел түренән сыҡҡан, һәр ауырғазылы әйтергә теләгән йылы һүҙҙәрҙе еткерҙе. 

Шәриф Ғәзи улы яуҙағы батырлығы өсөн күп наградаларға лайыҡ булған. Улар араһында II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, "Батырлыҡ өсөн", "Варшаваны алған өсөн", "Берлинды алған өсөн", "Германияны еңгән өсөн" миҙалдары бар. 

Аҡһаҡалды беҙ ҙә оло ғүмер байрамы менән тәбрикләйбеҙ һәм тағы ла оҙаҡҡа етерлек һаулыҡ, яҡындарының хөрмәтен, һөйөүен тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисереүен теләйбеҙ. Рәхмәт һеҙгә Бөйөк Еңеү өсөн! 

Фотолар: vk.com/arslansagaretdinov

 

Ветеранға 99 йәш тулды
Ветеранға 99 йәш тулды
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас