9 май - Еңеү көнө
8 Май 2024, 13:30

Баш ҡалабыҙ ҙур ҡунаҡты ҡаршыланы

8 майҙа Өфөгә күренекле Рәсәй дирижеры, Мария театрының художество етәксеһе һәм генераль директоры, Ҙур театрҙың генераль директоры Валерий Гергиев килде.

Баш ҡалабыҙ ҙур ҡунаҡты ҡаршыланыБаш ҡалабыҙ ҙур ҡунаҡты ҡаршыланы
Баш ҡалабыҙ ҙур ҡунаҡты ҡаршыланы

Уны Өфө тимер юл вокзалында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Республиканың баш ҡалаһына Валерий Гергиев тәүге тапҡыр Мәскәү Пасха фестивален алып килә. Уның етәкселегендә Мария һәм Ҙур театрҙарҙың берләштерелгән симфоник оркестры Еңеү Көнө алдынан Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә концерт бирәсәк. Унда Мария театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов та ҡатнаша.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был музыкаль ваҡиғаның төбәктең һәм илдең мәҙәни тормошо өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас