Бөтә яңылыҡтар

Һалдат бутҡаһы тәмле булды!

Хәрби ялан кухняһы байрамға тағы бер матур биҙәк...

Һалдат бутҡаһы тәмле булды!
Һалдат бутҡаһы тәмле булды!

Асҡын ауылының Мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы сквер байрам  көнөндә халыҡтан өҙөлмәне. Хәрби ялан кухняһында теләгән һәр кем ысын һалдат бутҡаһын тәмләне. 800 порциялыҡ тәмле бутҡаны 2-се, “Василек”, “Солнышко” балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән. Ошонда уҡ ҡайнар сәй менән һыйланылар.

–Бутҡа ҡайнар, бик тәмле! Бындай байрам ойошторғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын хәтергә төшөрөү менән бергә  ысын һалдат бутҡаһынан ауыҙ итеү  онотолмаясаҡ! Ялан кухняһы байрамға тағы бер биҙәк булды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты асҡындар һәм ҡунаҡтар.

Саф һауалағы сара, күңелле мөхит, хәрби йылдарҙың иҫтәлеге булып яңғыраған йырҙар кәйефте күтәрҙе. Бынан 79 йыл элек ата-бабаларыбыҙҙың батырлығы менән яуланған еңеү бөгөн беҙҙең өсөн айырыуса ҡәҙерле һәм иҫтәлекле.

 Фото: https://askino.info/articles/denpobedy/2024-05-09/soldatskaya-kasha-simvol-pobedy-3760007

 

Һалдат бутҡаһы тәмле булды!
Һалдат бутҡаһы тәмле булды!
Һалдат бутҡаһы тәмле булды!
Һалдат бутҡаһы тәмле булды!
Һалдат бутҡаһы тәмле булды!
Һалдат бутҡаһы тәмле булды!
Һалдат бутҡаһы тәмле булды!
Һалдат бутҡаһы тәмле булды!
Һалдат бутҡаһы тәмле булды!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: