Мәскәүҙәге Еңеү Парадында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – Өфө ҡалаһында йәшәгән Родион Григорьевич Лобанов ҡатнашты.
Родион Григорьевич һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Ленинградты обороналаған өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ уның күп кенә юбилей миҙалдары бар.
1943 йылдың декабрендә, 18 йәшендә, Родион Григорьевич Ленинград фронтында була. 1944 йылдың февралендә командирҙың ҡушыуы буйынса дошмандың “Кукушка”һын юҡ итеү өсөн бер тәүлек ҡарҙа ята. Был уның сыҙамлығы, батырлығы һәм фиҙакәрлеге миҫалдарының береһе булып тора.
Бөгөн, 9 майҙа, Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 79 йыллығына арналған хәрби парад уҙғарылды. Был сараға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йөҙәрләгән һуғыш ветераны саҡырылған.
Фото сығанағы: t.me/ilvir_nurdavlyatov/6149