+20 °С
Болотло
Ғафури районының Мәндем ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл тантаналы асылды. “Ташлы” фондының “Бер кем онотолмаған, бер нимә онотолмаған” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында еңеп сыҡҡайны. 491 мең һум кимәлендәге грант аҡсаһына һәйкәл ҡуйылды, Геройҙар аллеяһы барлыҡҡа килде һәм Ташлы ауылы биләмәһендә хәрби-илһөйәроек рухындағы саралар үткәрелде. Еңеп сыҡҡан проектты тормошҡа ашырыу даум итә әле.
Фотолар, сығанаҡ: vk.com/gafury