Ейәнсура районының Һаҡмар ауыл биләмәһе үҙәге Арсен ауылында фронт этенә бағышланған һәйкәл барлыҡҡа килде. Ул ошо ауылда тыуып үҫеп, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтар инициативаһы менән "Атайсал" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Бындай һәйкәлдең ни өсөн тап ошо ауылда ҡуйылыуының сәбәбе лә бар, сөнки Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында "Һаҡмар" совхозында хәрби эттәр әҙерләү өсөн питомник эшләгән. Бында өйрәтелгән эттәр фронтта һалдаттарыбыҙ менән бергә Еңеү яҙын яҡынайтҡан.
Фото һәм сығанаҡ: "Ейәнсура таңдары" гәзитенән.